Найти в Дзене

Бөрйән районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы.Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4442 км². Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Халыҡ һаны 2010 йылда 18,1 мең кеше (1970 — 14,2 мең; 1979 — 14,1 мең; 1989 — 14,2 мең; 1995 — 15,1 мең кеше). Күпселек башҡорттар йәшәй. 35 ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше).

Около минуты