Найти в Дзене
1639 подписчиков

Бөгөн башҡорт теле көнө!


Рәми Ғариповтың «Башҡорт теле» тигән шиғыры бик урынлы!

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Больше про башкирский язык читатайте 👉Пост-что и где! Рубрика «Учу башкирский язык»
Бөгөн башҡорт теле көнө!   Рәми Ғариповтың «Башҡорт теле» тигән шиғыры бик урынлы!   Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондай ынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Около минуты
175 читали