Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир “Хәтер шәме”н ҡабыҙҙы

1941 йылдың 22 июнь көнөнән тиҫтәләгән йылдар айырһа ла, ул һаман да беҙҙең хәтерҙә. Был көндә бөтә ил буйынса мәңгелек ҡайғы һәм рәхмәт символы булған шәмдәр ҡабыҙыла. Салауат ҡалаһындағы “Мәңгелек ут” мемориалында үткән акцияла Хәтер шәмен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эдуард Ғиззәтуллин ҡабыҙҙы. ­- Һуғыш минең ғаиләмә туранан-тура ҡағылды. Олатайҙарымдың береһе тылда еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләне, икенсеһе 1941 йылдан алып 1945 йылдың майына тиклем бөтә һуғышты үтте. Ул Еңеү менән ҡайтты. Нисек кенә иҫкә төшөрөүе ауыр булмаһын, 22 июнь беҙҙең өсөн мөһим дата һәм беҙ был иҫтәлекте киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Улар Мәңгелек уттың нимә икәнлеген белергә, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын хөрмәт итергә тейеш. Бөгөн бында йәштәр һәм юнармеецтар бик күп булыуына һөйөнәм. Тимәк, быуындар сылбыры өҙөлмәйәсәк, – тине Эдуард Ғиззәтуллин. Ул да олатаһы кеүек бөгөн Еңеү көнөн яҡынайтыуға лайыҡлы өлөшөн индерә. –Махсус хәрби операция зонаһына 2022 йылда доброволец булып киттем. Нацизмға
Оглавление
    Яугир “Хәтер шәме”н ҡабыҙҙы
Яугир “Хәтер шәме”н ҡабыҙҙы

Яугир “Хәтер шәме”н ҡабыҙҙы

22 июнь - беҙҙең өсөн мөһим дата, һәм беҙ был иҫтәлекле көндөң әһәмиәтен киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Улар Мәңгелек уттың нимә икәнлеген белергә, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын хөрмәт итергә тейеш.

1941 йылдың 22 июнь көнөнән тиҫтәләгән йылдар айырһа ла, ул һаман да беҙҙең хәтерҙә. Был көндә бөтә ил буйынса мәңгелек ҡайғы һәм рәхмәт символы булған шәмдәр ҡабыҙыла. Салауат ҡалаһындағы “Мәңгелек ут” мемориалында үткән акцияла Хәтер шәмен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эдуард Ғиззәтуллин ҡабыҙҙы.

­- Һуғыш минең ғаиләмә туранан-тура ҡағылды. Олатайҙарымдың береһе тылда еңеүҙе яҡынайтыу өсөн эшләне, икенсеһе 1941 йылдан алып 1945 йылдың майына тиклем бөтә һуғышты үтте. Ул Еңеү менән ҡайтты. Нисек кенә иҫкә төшөрөүе ауыр булмаһын, 22 июнь беҙҙең өсөн мөһим дата һәм беҙ был иҫтәлекте киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Улар Мәңгелек уттың нимә икәнлеген белергә, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын хөрмәт итергә тейеш. Бөгөн бында йәштәр һәм юнармеецтар бик күп булыуына һөйөнәм. Тимәк, быуындар сылбыры өҙөлмәйәсәк, – тине Эдуард Ғиззәтуллин.

Ул да олатаһы кеүек бөгөн Еңеү көнөн яҡынайтыуға лайыҡлы өлөшөн индерә.

–Махсус хәрби операция зонаһына 2022 йылда доброволец булып киттем. Нацизмға баш күтәрергә ирек бирмәҫкә кәрәклеген яҡшы аңлайым. Быуындар бәйләнеше минең өсөн изге. Әгәр беҙ хәтерләйбеҙ, тыуған еребеҙҙе яҡларға әҙербеҙ икән, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы мәңге йәшәйәсәк, – ти яугир.

Геройҙың күкрәгендә лайыҡлы наградалар балҡый. II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы ла бар.

Фото: “Выбор” гәзите сайтынан.