Бөгөн Башҡортостанда III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы башланды. Маҡсаты – йәш таланттарҙы асыу, ҡыҙ һәм малайҙарҙың ижади үҫешенә юл асыу, балалар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу. Сара Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Фольклориада – ул халыҡ дипломатияһы, изгелек һәм яҡшылыҡ өсөн кешелекте берләштереүгә уңайлы мөмкинлек. Фольклориадала, исеменән үк билдәле булыуынса, илебеҙҙең бөтә субъекттары ла ҡатнаша, унда бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малайҙың сағыу сығышы көтөлә. Бик бай программа төҙөлгән. Уның тәүге көнөндә мәртәбәле ҡунаҡтар һәм өфөләр Башҡортостандың Милли музейына сәфәр ҡыла, киске уйында ла ҡатнаша. Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһын рәсми асыу тантанаһы 24 июнгә планлаштырылған бик күп рәсми кешеләр һәм хөрмәтле ҡунаҡтар киләсәк. Сарала беренсе тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ, көйҙө ике йөҙ тирәһе малай һәм ҡыҙ башҡарасаҡ. Халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Екатерина Туйгилдина, "Ассол