Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юл төҙөлөшө дауам итә

Башҡортостан быйыл юл фондын төҙөүгә һәм реконструкциялауға — 10 миллиард 417 миллион һум, капиталь ремонтҡа — 18 миллиард 976 миллион һум һәм тәртиптә тотоуға 11 миллиард 18 миллион һум тотонорға ниәтләй. 2026 йылға республиканың юл фонды 44 миллиард 688 миллион һум тәшкил иткән, шуның 7 миллиард 240 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән. Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков хәбәр итте. Төбәк юлдарын реконструкциялау һәм төҙөү проекты буйынса бөгөн Дүртөйлө һәм Борай райондарында Тере Танып йылғаһы аша ике күперҙә, Күгәрсен районында Кесе Эйек йылғаһы аша күперҙә, Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлында, Ишембай районында Һикәҙе йылғаһы күперендә эштәр бара. Шулай уҡ Ауырғазы районындағы Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын төҙөү дауам итә. – Дөйөм алғанда, реконструкция һәм төҙөлөш 23 объектта алып барыла, ағымдағы йылда уларҙың 13 объектын сафҡа индереү планлаштырыла, был дөйөм оҙонлоғо 840 погон метр булған күпер ҡорол
Оглавление
    Юл төҙөлөшө дауам итә
Юл төҙөлөшө дауам итә

Юл төҙөлөшө дауам итә

2026 йылға республиканың юл фонды 44 миллиард 688 миллион һум тәшкил иткән, шуның 7 миллиард 240 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән.

Башҡортостан быйыл юл фондын төҙөүгә һәм реконструкциялауға — 10 миллиард 417 миллион һум, капиталь ремонтҡа — 18 миллиард 976 миллион һум һәм тәртиптә тотоуға 11 миллиард 18 миллион һум тотонорға ниәтләй. 2026 йылға республиканың юл фонды 44 миллиард 688 миллион һум тәшкил иткән, шуның 7 миллиард 240 миллион һумы федераль бюджеттан бүленгән. Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков хәбәр итте.

Төбәк юлдарын реконструкциялау һәм төҙөү проекты буйынса бөгөн Дүртөйлө һәм Борай райондарында Тере Танып йылғаһы аша ике күперҙә, Күгәрсен районында Кесе Эйек йылғаһы аша күперҙә, Иҫке Собханғол – Мораҡ автомобиль юлында, Ишембай районында Һикәҙе йылғаһы күперендә эштәр бара. Шулай уҡ Ауырғазы районындағы Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын төҙөү дауам итә.

– Дөйөм алғанда, реконструкция һәм төҙөлөш 23 объектта алып барыла, ағымдағы йылда уларҙың 13 объектын сафҡа индереү планлаштырыла, был дөйөм оҙонлоғо 840 погон метр булған күпер ҡоролмалары. Быйыл 600 километр юлдарҙы норматив хәлгә килтереү һәм дөйөм оҙонлоғо 1 мең 500 погон метр самаһы булған 10 күперҙе ремонтлау планлаштырылған, — тине Виктор Жульков.

Республика Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын да тормошҡа ашыра. Милли проект күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн 2026 йылда федераль средстволар иҫәбенә 69 объектта эштәр планлаштырылған — был 220 километрҙан ашыу автомобиль юлы, шуларҙың 170 километрҙан ашыуы терәк селтәргә инә.

Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, юлсылар “яңғырауыҡлы” юлдарҙы ла ремонтлай. Эштәр Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында Сибай — Аҡъяр автомобиль юлында, шулай уҡ Подольск ауылы янындағы участкала алып барыла. Быйыл был юлдың 60 километрын ремонтлауҙы тамамлау күҙаллана.

Виктор Жульков һүҙҙәренсә, Илеш районының Шаран — Яңы Балтас — Андреевка; Архангел районында Өфө − Инйәр − Белорет юлының биш километры; Ҡырмыҫҡалы районының Оло Күл — Ҡабаҡ — Һыуыҡшишмә (6,76 км) автомобиль юлдарында эштәр тамамланған.

Быйыл 9 миллиард 594 миллион һумлыҡ урындағы әһәмиәттәге 300 километр юл һәм 600 погон метр яһалма ҡоролма тәртипкә килтереләсәк.

Фото: "Башинформ".