Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Доклад менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова сығыш яһаны. Министр белдереүенсә, “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы ете йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла: һаулыҡ, уҡытыу, туризм, физкультура, мәҙәниәт һәм ижад, ирекмәнлек һәм остазлыҡ, шулай уҡ өлкән быуын граждандарының мәшғүллеге һәм килемен арттырыу. Проектта ҡатнашыусылар һаны буйынса Ҡалтасы, Мишкә, Бөрйән, Архангел һәм Көйөргәҙе райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы алдынғы. Башҡортостанда йәшәгән 64 меңдән ашыу пенсионер быйыл программаның туризм йүнәлешенән файҙаланған. Былтыр иһә программа 400 мең кешене үҙ эсенә алған. Пенсионерҙар республиканың иҫтәлекле урындарына бушлай йөрөй. Ә 2023 йылдан пенсионерҙарҙың льготалы шарттарҙа – Белоруссияла, ә 2024 йылдан Үзбәкстанда булыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ программаға Тажикстанды индереү ҡарала, был республика пенсионерҙарына Дүшәнбе