Бөгөнгө Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе 22 июндә – Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулған көндө үтте. Һәм ошо көндө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бик үҙенсәлекле тарихи табыш тураһында хәбәр итте. Псков өлкәһе ирекмәндәре Башҡортостанда — Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкән райондарында ойошторолған айырым элемтә батальоны документтары менән сейфты тапҡан. – Был бик үҙенсәлекле табыш: текстың 1000-гә яҡын битен ентекләп өйрәнергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Ул табылған байраҡ һәм документтар ентекле тикшереү өсөн архивтарға тапшырыла тине. – Мөғжизә бит: сейф һаҙлыҡта табылған, документтар шундай хәлдә, уларҙы уҡырға мөмкин. Билдәһеҙ биттәрҙе асыу өсөн тарихсыларҙы, эксперттарҙы йәлеп итеүегеҙҙе һорайым. Былар барыһы ла беҙгә ул йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында күберәк белергә мөмкинлек бирә, — тине Башҡортостан Башлығы. – Тап килеүен күрегеҙ: бөгөн 22 июнь, 85 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә шундай яңылыҡ. Әлбиттә, был илебеҙҙең тарихындағы иң тетрәндергес көндәр. Бөгөн иҫтәлек