Ял көндәрендә республиканың Урал аръяғы райондарында ел-дауыллы, йәшенле ямғырҙар булды. Уның һөҙөмтәһендә Бөрйән, Әбйәлил һәм башҡа райондарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлгән. Бөрйән районында Иҫке Собханғол – Темәс автомобиль юлында үткән ғәрәсәт һөҙөмтәһендә юлға ағастар йығылған, шулай уҡ сымдарға ағастар ҡолап, тиҫтәгә яҡын ауыл электр утһыҙ ҡалған. Район үҙәге Иҫке Собханғолда ла көслө ямғырҙан юлдарҙы һыу баҫҡан. Ямғыр, дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре тураһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин фекерен уртаҡлашты. – 20 июндән 21-енә ҡарай төндә дауыл ваҡытында Иҫке Собханғол – Темәс юлына ағастар ауған. Шул көндө иртәнсәк ДРСУ-ның урындағы бригадаһы ваҡиға урынына сығып, юлды таҙартты. “БашРЭС” предприятиеһы бригадалары иһә электр линияларын ремонтлау эшенә тотондо. Шуны ла әйтеп үтәйем, йәй электр линиялары буйында үҫкән ағастарҙы таҙартыу буйынса ла эш туҡтамай, шуға күрә лә электр утын планға ярашлы һүндереп торорға тура килә. Был эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә ҡышын эл