Башлы һуғанды бер нисә көн һыуытҡыста һаҡларға мөмкин, тик оҙаҡҡа түгел. Дымлылыҡ юғары булғанда һуған ҡабығын “өй” иткән тупраҡ микроорганизмдары әүҙемләшә башлай һәм сереүгә юл аса. Һуған еҫе танауҙы ярырҙай булып көсәйә һәм һыуытҡыстағы башҡа аҙыҡ-түлеккә лә күсә. Һуғанды нисек дөрөҫ һаҡларға һуң? Иң яҡшыһы – 15-20 градус йылылыҡта һаҡлау. Бәйләп аҫып ҡуйһағыҙ, яҡшыраҡ һаҡланыр, юҡҡа ғына беҙҙең өләсәйҙәр был ысулды ҡулланмағандыр. Дымлы йәки артыҡ йылы урында (батарея, плитә эргәһендә ) һаҡламағыҙ, һуғандың кибеүе йәки шытыуы ихтимал. Хужабикәләр йыш ҡына һуғанды картуф менән бер ҡапҡа һалырға тырыша, был осраҡта уларҙың икеһе лә тиҙерәк боҙоласаҡ, ти белгестәр. Айрат Нурмөхәмәтов фотоэтюдтары.