Межгорье ҡалаһынан дүрт бала атаһы, 34 йәшлек Михаил граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында күнекмәләр үтә. Ул үҙенә “Композитор” позывнойын алған. Йәш сағында Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт иткән, разведчик булған. — Беҙҙең ғаиләлә хәрбиҙәр юҡ. Тимәк, мин беренсе, – ти Михаил. – Ғаиләм ҙур – дүрт бала. Шуға ла һәр ҡарарҙы бөтә яҡлап үлсәп ҡабул итеү мөһим. МХО-ға барыу мәсьәләһе хаҡында ла алдан етди уйландым. Дәүләтебеҙ, республика власы махсус хәрби операция яугирҙәрен, уларҙың ғаиләләрен матди, рухи яҡтан даими хәстәрләй. Лайыҡлы түләүҙәр ҡаралған. “Композитор” пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары сафында хеҙмәт итеүҙе һайлаған. Уларҙың эш шарттарын ентекле өйрәнгән. “Барыһы менән дә ҡәнәғәтмен, – ти. – Пилотһыҙ осоу аппараттары менән яҡшы идара итергә ныҡ өйрәнгем килә. Был һөнәр миңә аҙаҡ та кәрәк буласаҡ. Артабан юғары хәрби белем алыу тураһында ла уйлайым”. Михаил алдан барлыҡ тикшереүҙәрҙе, медицина комиссияһын уңышлы үткән. “Ҡайһы бер тест һорау