Ошо көндәрҙә селтәрҙә билдәле йырсы Гөлназ Асаева эләккән авария тураһында яңынан тауыш күтәрелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йырсының төркөмө менән авария быйыл ҡыш булды. Уның менән бергә машинала ултырған бейеүсе Дилара Ғилметдинова Гөлназдың ошо ваҡытта бер тапҡыр ҙа хәлен белешмәүе һәм аҡсалата ярҙам итмәүе тураһында яҙҙы. Дилара яҙыуынса, аварияла уның оса башы һөйәге һәм күкрәк ситлеге һынған. Ҡыҙға өс ай буйы дауаханала ятырға тура килгән. Тәүҙә ул Бәләбәйҙә ятҡан, аҙаҡ Ҡазанға күсерелгән, унан һуң Хәрби госпиталдә дауаланған. Дауахананан ул 13 майҙа ғына сыҡҡан, ике ай буйы йөрөй ҙә, ултыра ла алмай ятҡан. Ҡыҙ белдереүенсә, авария ваҡытында рулдә булған Гөлназ уның хәле менән бер тапҡыр ҙа ҡыҙыҡһынмаған. “Иң популяр һорау: “Гөлназ Асаева һинең хәлеңде белешәме”? Мин уны һуңғы тапҡыр 7 мартта күрҙем. Туймазыға концерт менән барышлай бөтә төркөм менән инеп сыҡҡайны. Шунан бирле ул хәлем менән ҡыҙыҡһынғаны юҡ. Мине төркөмдән алып ташланы. Янымда һәр ваҡыт булды. Бәләбәйҙә таныштарыбы