▶️ Суд приставтары аҙналағы төп байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан "Суд приставтары – балаларға" тип аталған акция иғлан итте. Сараның маҡсаты – алимент буйынса бурысын түләмәй, үҙ балаһынан ҡасып йөрөгән "кәкүк" ата-әсәләрҙе асыҡлау, уларҙың бала өсөн яуаплылығы хаҡында иҫкә төшөрөү, өгөтләү, кәрәк икән — бурыстарын түләргә мәжбүр итеү. Алимент бурыстары приставтарҙың башҡарыу эштәре исемлегендә беренсе урында ҡала. Бала ауыҙынан йәшерелгән тиндең бәрәкәте булмаҫ, ә йәшергәндең тормошо алға бармаҫ, тигән лозунг менән билдәләйек бөгөнгнө тапшырыу темаһын. Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов бөгөн беҙҙең студия ҡунағы булды. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач, производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».
Иҡтисади Башҡортостан - 04.06.2026 Баланан йәшерелгән тиндең бәрәкәте булмаҫ
СегодняСегодня
1
~1 мин