ярҙам итегеҙ! – ауыҙы томаланып, тыны быуылғанға тиклем ошоларҙы ғына ҡысҡырып өлгөрҙө Гүзәл, артабан тонсоғоп, йән асыуына тартҡылаша башланы. Айыуҙай оло кәүҙәнән, көслө ҡулдарҙан, сит парфюм еҫенән үҙенә ташланыусының Зәки икәнлеген аңғарҙы. Иренең оло улы. – Ғайса! Ғайса-а-а-а! – ауыҙын ҡаплаған ҡулды тешләргә маташҡас, тос йоҙроҡ Гүзәлдең уң сикәһенә килеп тейҙе, күҙҙәренән ут сәсрәне. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-06-15/g-y-s-y-4719520