Гел дарыуға ҡарап ҡына ултырып булмай. Был осраҡта өйҙә булған ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ярҙамға килә ала. Байрам мәлендә ашау тәртибенең боҙолоуы, эш араһында тиҙ әҙерләнеүсе йәки майлы, әсе аҙыҡ, йыш ҡына ҡамыр ризыҡтары ҡулланыу, диетаға ултырыу, күп ҡәһүә, дарыуҙар эсеү үҙәк көйөүенең сәбәптәре булыуы мөмкин. Уны бер нисә ысул менән баҫырға була. *Әҙерләүе мәшәҡәтлерәк, әммә был - ҡарабойҙай ҡулланылғаны - иң һөҙөмтәле ысул һанала. Ярманы ҡыҙған майһыҙ табала ҡара-һоро төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға ла онтаҡларға һәм иләк аша үткәрергә. Уны балғалаҡтың осонда ғына көнөнә өс тапҡыр ашарға. *Һоло һәм арпа үҙәк көйөүҙе дауалаусы булараҡ халыҡ медицинаһында электән билдәле. Һоло йәки арпаны бер нисә минут сәйнәргә, ә төкөрөктө йоторға кәрәк. Үҙәк көйөүе бер нисә минуттан һыпырып алғандай юҡҡа сығыр. *Кәбеҫтә. Көн һайын 5-10 минут оҙаҡ итеп сәйнәп кәбеҫтә япрағын ашау файҙалы. Был алым үҙәк көйөүен бөтөрөп кенә ҡалмай, йоҡоно ла яҡшырта, эс күбеүен дә бөтөрә. *Сельдерей. Яңы өҙөлгән тамыры үҙәк кө