Оҙаҡ йылдар алыҫ араға йөк ташыған, халыҡ телендә әйткәндә, “дальнобойщик” Иҙрис исемле ағай һөйләне был тарихты. “Бер ваҡытта ла төрлө ырым-хөрәфәттәргә ышанып етмәнем. Беҙҙең шофер халҡы араһында ундай нәмәләр ныҡ күп ул былай: ҡара бесәйҙән башлап, һәр хөрәфәткә тиерлек ышаныусылар етерлек. Үҙем юлға сыҡҡанда гел “Фатиха” сүрәһен уҡыйым. Ошо доға нисектер ышаныс, һаҡлыҡ тойғоһо бирә кеүек. Бер мәл, һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ хәл булды. Төндә алыҫ юлда китеп барам. Ҡапыл алдымда ҡул болғап торған бер аҡ шәүлә күренде, шул секундта ҡолағыма әсәйем мәрхүмәнең тауышы ишетелгәндәй булды: “Улым, туҡта!” Тәгәрмәстәрҙе һыҙғыртып, тормозға баҫып, юлдан ситкә сығып туҡтаным. Шул секундта янымдан геүләп еңел машина үтеп китте. “Әллә йоҡлап барам инде” тип, күҙемде ыуып, тирә-яғыма ҡарайым. Теге аҡ шәүлә бер ерҙә лә күренмәй. Төшөп, йөрөп килергә уйланым да, ниңәлер шикләндем. Бер минут самаһы ултырҙым да ҡуҙғалдым. Бер саҡрым самаһы китеп тә өлгөрмәнем, юлда авария булыуын күреп, тағы туҡтаным.