Теләк-доғаларҙы ҡайһы телдә уҡыуың мөһим түгел, ихлас йөрәктән булыуы мөһим! Әсә менән бала араһында пәрҙә юҡ, шуға күрә әсәләрҙең балаларына ҡылған доғалары тиҙ ҡабул була. Был уй-теләктәрҙе бер епкә теҙгән кешеһенә мең сауап! Балаларыбыҙға һәм балаларыбыҙҙың балаларына яҡшы теләктә булайыҡ! Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһаҡ, кем һорар?! Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һорағандарҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата. Теләктәребеҙҙе ҡабул итһен! * Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит!? * Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир!? Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен бир, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер?! * Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр. * Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон, беҙгә ҡарата ҡаты бә