“Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылған көндә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Аксаковтар ғаиләһе – Ватанға хеҙмәт итеү” күргәҙмәһе асылды. Экспозиция Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 235 йылға арнала һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге һәм төбәктә иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарындағы сараларҙың мөһим өлөшө булып тора. Күргәҙмә яҙыусының тормошо һәм ижады, уның донъяға ҡарашын булдырыуҙа ғаиләнең роле, Рәсәйҙең йәмәғәт, дәүләт, фәнни һәм әҙәби тормошона шулай уҡ ҙур өлөш индергән балаларының яҙмышы тураһында һөйләй. Күргәҙмәлә Милли музей һәм С.Т. Аксаков Мемориаль-йорт музейы фондтарында һаҡланған XVIII -XIX быуатта баҫылған төп һәм һирәк баҫмаларҙы күрергә мөмкин буласаҡ. Күргәҙмәне асҡанда БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев: ”Сергей Тимофеевич әҫәрҙәрендә башҡорт тәбиғәтен үҙ ере, ҙур Рәсәй ере, тип һүрәтләй. Аксаковтар ғаиләһе – ул Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәй яҙыусыһы, публицист,