Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар йылмайыуында – йәшәү йәме

Бынан теүәл бер ай элек “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаева ғүмер байрамына – юбилейына – килгән ҡунаҡтарҙан гөлләмә урынына йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итеүҙе һорағайны. Бөгөн ҡуян, айыу, төлкө һәм башҡа уйынсыҡтар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә тапшырылды. Бер быуаттан ашыу тарихы булған балалар йорто төрлө тормош хәлдәре сәбәпле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙың төп яҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы булыуға тоғро ҡала – ошо йылдар эсендә бында алты меңдән ашыу бала тәрбиәләнгән, оло тормош юлына сығарылған. 20 йылдан ашыу ойошмаға Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова етәкселек итә. – “Юлдаш” радиоһы мәрхәмәтлек сараларын даими ойоштора. Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан пансионат һәм госпиталдәрҙә концерттар уҙғарыла, – тип һөйләне Фәнисә Малик ҡыҙы. – Яңы йыл алдынан ишле ғаиләләр, махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындары бүләкләнә, радио үткәргән тамашаларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыла. Х
Оглавление
    Балалар йылмайыуында – йәшәү йәме
Балалар йылмайыуында – йәшәү йәме

Балалар йылмайыуында – йәшәү йәме

Бөгөн ҡуян, айыу, төлкө һәм башҡа уйынсыҡтар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә тапшырылды. Дауамы - сайтта:

Бынан теүәл бер ай элек “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаева ғүмер байрамына – юбилейына – килгән ҡунаҡтарҙан гөлләмә урынына йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итеүҙе һорағайны. Бөгөн ҡуян, айыу, төлкө һәм башҡа уйынсыҡтар Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә тапшырылды.

Бер быуаттан ашыу тарихы булған балалар йорто төрлө тормош хәлдәре сәбәпле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙың төп яҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы булыуға тоғро ҡала – ошо йылдар эсендә бында алты меңдән ашыу бала тәрбиәләнгән, оло тормош юлына сығарылған. 20 йылдан ашыу ойошмаға Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова етәкселек итә.

– “Юлдаш” радиоһы мәрхәмәтлек сараларын даими ойоштора. Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан пансионат һәм госпиталдәрҙә концерттар уҙғарыла, – тип һөйләне Фәнисә Малик ҡыҙы. – Яңы йыл алдынан ишле ғаиләләр, махсус хәрби операция яугирҙәренең яҡындары бүләкләнә, радио үткәргән тамашаларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыла. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн Сәләмәтлек акциялары иғлан ителә. 1 июнь айҡанлы ойошторолған сара балаларға бәхетле мәлдәр өләште. “Юлдаш”тар бындай осрашыуҙарҙы йолаға әйләндерергә һәм йыл һайын үткәрергә ниәтләй.

Шулай итеп, “Юлдаш”тар 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан ҡыҙ һәм малайҙарға матур байрам үткәрҙе. Алып барыусы Салауат Заманов бәләкәстәрҙе күңелле уйындарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Балалар ярыштарҙа ихлас ҡатнашты, әүҙемдәре бүләк алып ҡыуанды. “Юлдаш”тар тәмлекәстәр ҙә – туңдырма өләште. Кескәйҙәр саф һәм яҡты хис тойғоларын һис йәшермәй. “Үҙәккә ҡунаҡтар йыш килә. Бындай осрашыуҙарҙы көтөп алабыҙ”, – тип белдерҙе Мария.

Борсолоуҙар, бәхет сатҡылары, ҡыуаныуҙар – быларҙың барыһы ла һәммәбеҙ йөҙөндә сағылыш таба. Ә бәләкәстәрҙең күңеле бигерәк һиҙгер шул.

–Балалар һәр нәмәгә ихлас ҡыуана белә, шуға уларҙы тағы нығыраҡ шатландырғы килә. Минеңсә, йомшаҡ уйынсыҡтарҙы барыһы ла ярата. Үҙәктә тәрбиәләнгән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға әҙ генә булһа ла бәхетле мәлдәр өләшә алғанбыҙ икән, был акция юҡҡа ойошторолмаған, – тине Зөһрә Арсаева. – Мине хуплаған коллегаларыма һәм дуҫтарыма ҙур рәхмәт. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, изгелек ҡылып йәшәйек. Балаларға матур һәм иҫтәлекле ял теләйем.

Айһылыу НИЗАМОВА.

Автор фотолары.