Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Байрам мөхите берҙәмлек тойғоһон көсәйтә”

Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә дүртенсе “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе башланды. Ул 30 майға тиклем бара. Уҙған өс йыл эсендә Китап байрамы халыҡ-ара әһәмиәттәге мәҙәни майҙансыҡ ҡына түгел, ә илебеҙҙә иң күләмле төбәк китап йәрминкәһенә әүерелде. Ҡатнашыусылар һаны, географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Республикабыҙҙың бренд сараларының береһенә әүерелгән халыҡ-ара китап йәрминкәһе – Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы, республика Хөкүмәте ярҙамында уҙғарыла. Быйылғы фестиваль Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаиләләр йылына арнала. Китап байрамы сараларға бай, йөкмәткеләре лә күп төрлө. Фестивалдең әһәмиәтле майҙансыҡтарының береһе – Башҡортостандың Милли китапханаһы. Бөгөн дә ул байрамда ҡатнашырға килеүселәргә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар тәҡдим итте. Шуларҙың береһе – Өфөлә йәшәгән, Рәсәйҙә танылған массаж оҫтаһы Рафаэль Баһауетдинов. Ул – бит мускулдарын массаж ярҙамында нығытып, ҡиәфәтте йәшәртергә мөмкин булғанын иҫбатлаған белгес. “Мат
Оглавление
    “Байрам мөхите берҙәмлек тойғоһон көсәйтә”
“Байрам мөхите берҙәмлек тойғоһон көсәйтә”

“Байрам мөхите берҙәмлек тойғоһон көсәйтә”

Өфөлә йәшәгән, Рәсәйҙә танылған массаж оҫтаһы Рафаэль Баһауетдинов Китап фестивале тураһында фекере менән уртаҡлашты.

Кисә баш ҡалабыҙ Өфөлә дүртенсе “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе башланды. Ул 30 майға тиклем бара.

Уҙған өс йыл эсендә Китап байрамы халыҡ-ара әһәмиәттәге мәҙәни майҙансыҡ ҡына түгел, ә илебеҙҙә иң күләмле төбәк китап йәрминкәһенә әүерелде. Ҡатнашыусылар һаны, географияһы йылдан-йыл киңәйә бара.

Республикабыҙҙың бренд сараларының береһенә әүерелгән халыҡ-ара китап йәрминкәһе – Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы, республика Хөкүмәте ярҙамында уҙғарыла. Быйылғы фестиваль Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаиләләр йылына арнала.

Китап байрамы сараларға бай, йөкмәткеләре лә күп төрлө. Фестивалдең әһәмиәтле майҙансыҡтарының береһе – Башҡортостандың Милли китапханаһы. Бөгөн дә ул байрамда ҡатнашырға килеүселәргә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар тәҡдим итте.

Шуларҙың береһе – Өфөлә йәшәгән, Рәсәйҙә танылған массаж оҫтаһы Рафаэль Баһауетдинов. Ул – бит мускулдарын массаж ярҙамында нығытып, ҡиәфәтте йәшәртергә мөмкин булғанын иҫбатлаған белгес. “Матурлығығыҙ бит мускулдарына бәйле” тигән китап авторы. Баҫманы Мәскәүҙә “Эксмо” нәшриәте баҫтырып сығарған. Бөгөн автор, массаж оҫтаһы гәзитебеҙгә Китап фестивалендә ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттарын уртаҡлашты.

– Китап байрамында ҡатнашырға, үҙем яҙған баҫма менән таныштырырға саҡырыу алғас, ҡыуанып риза булдым. Ул яңы ғына сыҡты, ә бындай күләмле сарала ҡатнашыу китап хаҡында мөмкин тиклем күберәк кеше белеүе өсөн мөһим. Шуның өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде лә әйткем килә.

Байрам кәйефе бик оҡшаны. Милли китапханала сығыш яһағандан аҙаҡ ғаиләм менән бергә Совет майҙанында урынлашҡан йрминкә урындарын ҡарап йөрөнөк, төрлө нәшриәттәрҙең китаптары менән таныштыҡ, йыр-моң сығыштарын кинәнеп тыңланыҡ. Әйткәндәй, башҡортса һөйләшеүҙе, туған көйҙәрҙе, ҡурай моңон ишетеү күңелгә аңлатып бөтмәҫлек рәхәтлек бирҙе!

Китап байрамы мөхите, ғөмүмән, берҙәмлек тойғоһон көсәйтә, күңелгә күтәренкелек өҫтәй, тиер инем. Китап уҡыуға, шул иҫәптән туған телдә сыҡҡан баҫ:маларға, ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуы менән дә әһәмиәтле был сара. Үткәндәгеләренә ҡараусы, тыңлаусы булып килһәм, быйылғыһында ҡатнашыусы сифатында булыуым күңелгә кинәнес өҫтәне. Артабанғы Китап байрамдарында ла ҡатнашырға, тағы ла ҙурыраҡ аудитория алдында сығыш яһарға, был мәҙәни-белем сараһының үҙенсәлекле мөхитен тағы ла тойорға яҙһын, тип теләйем.

Рәүилә Ғатауллина.

Фотолар – БР Милли китапханаһының матбуғат хеҙмәте.