Май аҙағында һәм йәй дауамында республика ҡала һәм райондарында Һабантуйҙар үтәсәк. Ҡунаҡтарҙы концерттар, ижади коллективтарҙың сығыштары, милли аш-һыу, һөнәрселәр йәрминкәләре һәм традицион спорт ярыштары көтә. Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы: 30 майҙа – Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондарында; 6 июндә төп тантаналар бер юлы 20 урында – Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондарында; 11 июнь – Баймаҡ районында; 12 июнь – Балтас, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка һәм Шаран райондары; 13 июнь – Бөрө, Ҡариҙел, Мәсетле һәм Стәрлетамаҡ райондары; 20 июндә – Бәләбәй һәм Көйөргәҙе райондарында; 4 июль – Дүртөйлө районында; 18 июлдә – Белорет районында. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.