Китап байрамының “Еңеү биләмәһе” сатырында “Махсус хеҙмәттәрҙең Башҡортостан легендалары” тигән бик мауыҡтырғыс әңгәмә булды. Сәйәси фәндәр кандидаты, Рәсәй Тарих йәмғиәтенең БР-ҙағы бүлексәһе рәйесе, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов архив эҙләнеүҙәре һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. “Легенды спецслужб из Башкирии: очерки и документы” атамаһы менән баҫылып сыҡҡан китапта исемдәре Башҡортостан менән бәйле разведчиктар тураһында бәйән ителә. Марат Хәмитйән улы баҫма өҫтөндә эшләү тарихы менән таныштырҙы – материалдарҙы йыйыуға 10 йыллап ваҡыт сарыф ителгән. – Материалдарҙы йыйыу, тәүсығанаҡтар, архивтар менән эшләү күп ваҡыт талап итә. Махсус архивтар ябыҡ бит. Ғәҙәттә, күп документ “йәшерен” тамғаһы менән һаҡлана. Шуға ла был ҙур, мәшәҡәтле эш, – тип асыҡланы ул. Китапҡа 12 легендар разведчикка ҡағылышлы яҙмалар ингән. Уларҙың исеме илебеҙҙә генә түгел, хатта ки донъяла билдәле, тик уларҙың Башҡортостан менән бәйләнеше барлығын би