Китап байрамы уҙған ваҡытта Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәни фонды һәм «Ғафури ташы» әҙәби альманахының тәүге һаны менән таныштырыу булды. «Мәжит Ғафури – XXI быуат» мәҙәни фонды етәксеһе Люциә Музакир ҡыҙы Камаева һөйләүенсә, йәмәғәт ойошмаһы ике тиҫтә йыл инде беренсе халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың ижадын һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнә. Фонд эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: «Ғафури ташы»-ның тәүге һанында классикка арналған шиғырҙар һәм әҫәрҙәр һәм уның бүләре Мирсәйет Ғафуриҙың эштәре ингән. Альманах ни өсөн шулай атала? Таш бында илһам сығанағын кәүҙәләндерә. М. Ғафури Ағиҙелдең ташлы ярында тирә-яҡҡа һоҡланып ултырырға яратҡан. Башҡорт драма театры алдындағы һәйкәлендә лә уны ошо ташта ултырған итеп сағылдырғандар. Альманахты илдең 25 китапханаһына тапшырғандар ҙа инде. Автор-ҡатнашыусылар үҙ экземплярҙарын ҡулдарына алған. Әҙәбиәт белгесе, Ә. - З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм