Ирем - водитель, гел ҡырға рейстарға йөрөгәс, уның да әллә ни ҙур файҙаһы теймәгәндер. Ҡәйнәм менән бер ваҡытта ла һүҙгә килешеп, әрләшеп йөрөгәнебеҙҙе иҫләмәйем. Эштән ҡайтыуға өй таҙа, тамаҡҡа бешкән, балалар ҡараулы. Шундай ҙа итәғәтле, сабыр булыр икән кеше, ауыҙынан бер зарланыу һүҙе ишетелмәне, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп беҙҙе сит-ятҡа һөйләп тә йөрөмәне. Балалар ҙурайып, үҙаллы тормош ҡорғансы бер ҡайғым булманы. Тик ваҡыт уҙа, кеше туҙа тигәндәй, бер көн килеп ҡәйнәмдең дә кәре китә башланы. Барыбер башҡара алырлыҡ эштәргә һаман үҙе йөрөп маташты. Ул ҡарай алмай башлағас, эре малды бөтөрҙөк, тик ҡош-ҡорт та баҡса ҡалды. Шулай аяҡтан йығылғансы тиерлек донъяны үҙ иңендә һөйрәне ҡәйнәм. Хәлдән бөтөнләй тайып, бер аҙна тирәһе генә ятты ул ауырып... Ҡәйнәмдең кәрәклеген, тормошобоҙҙа мөһимлеген ул булмағас ҡына аңланым. Тормошобоҙҙоң бер йәме, ҡото, һаҡсыһы, йоҙағы булған икән ул! Хәҙер үҙем дә пенсияламын, уйланырға ваҡыт күп. Ҡәйнәмдең үҙенә беҙҙең яҡтан ихтирам, иғтибар етерлек кимә