Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берҙе ҡырҡһаң, икене ултырт!

Тәбиғәт һәм кеше. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡарап булмай. Беҙҙе йылытҡан да, ҡуйынына һыйындырған да, ашатып-эсергән дә - тәбиғәт. Беҙ уның хәстәрлегенә нисек яуап бирәбеҙ? Экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары бер ваҡытта ла көн ҡаҙағынан төшкәне юҡ, сөнки кешелекте туйындырған, тәбиғи байлыҡтары менән уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырған тәбиғәт үҙе ҡурсалауға мохтаж. Беҙ йыш ҡына экологик белемде арттырыу, экологик мәҙәнилек тураһында һүҙ алып барабыҙ, ә ул аныҡ эштәр һәм миҫалдар менән нығытыла. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы ла тәбиғәтте һаҡлау сараларында әүҙемерәк ҡатнаша, экологик культураның төбәк үҫешендә айырылғыһыҙ өлөш икәнен нығыраҡ таный. Былтыр, мәҫәлән, егерме меңдән ашыу экология сараһы үткәрелгән һәм дүрт миллиондан ашыу кешене үҙенә йәлеп иткән. Мөһим эшкә уҡыусыларҙы ылыҡтырыу өсөн “Экологик белем аҙнаһы” ойошторолоуы ла маҡсатҡа ярашлы. “Бумбатл” Бөтә Рәсәй акцияһында дүрт йыл ҡатнашыу барышында Башҡортостан төбәктәр рейтингында ун аҙымға күтәрелде һәм был
Оглавление
    Берҙе ҡырҡһаң, икене ултырт!
Берҙе ҡырҡһаң, икене ултырт!

Берҙе ҡырҡһаң, икене ултырт!

Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ: урмандарҙа янғын хәүефе һаҡланыуы менән бәйле һәм республиканың урман биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында 23 майҙан 31 майға тиклем граждандарҙың урманға инеүенә һәм транспорт сараларында инеүгә сикләү индерелде.

Тәбиғәт һәм кеше. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡарап булмай. Беҙҙе йылытҡан да, ҡуйынына һыйындырған да, ашатып-эсергән дә - тәбиғәт. Беҙ уның хәстәрлегенә нисек яуап бирәбеҙ? Экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары бер ваҡытта ла көн ҡаҙағынан төшкәне юҡ, сөнки кешелекте туйындырған, тәбиғи байлыҡтары менән уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырған тәбиғәт үҙе ҡурсалауға мохтаж. Беҙ йыш ҡына экологик белемде арттырыу, экологик мәҙәнилек тураһында һүҙ алып барабыҙ, ә ул аныҡ эштәр һәм миҫалдар менән нығытыла.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан халҡы ла тәбиғәтте һаҡлау сараларында әүҙемерәк ҡатнаша, экологик культураның төбәк үҫешендә айырылғыһыҙ өлөш икәнен нығыраҡ таный. Былтыр, мәҫәлән, егерме меңдән ашыу экология сараһы үткәрелгән һәм дүрт миллиондан ашыу кешене үҙенә йәлеп иткән. Мөһим эшкә уҡыусыларҙы ылыҡтырыу өсөн “Экологик белем аҙнаһы” ойошторолоуы ла маҡсатҡа ярашлы. “Бумбатл” Бөтә Рәсәй акцияһында дүрт йыл ҡатнашыу барышында Башҡортостан төбәктәр рейтингында ун аҙымға күтәрелде һәм былтыр Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты. 800 тоннанан ашыу макулатура эшкәртеүгә ебәрелде. Был эштең нигеҙҙә балалар, үҫмерҙәр һәм студенттар көсө менән башҡарылыуы республикала экологик культураны бәләкәй саҡтан формалаштырыуҙың ни тиклем мөһимлеген күрһәтә. Күреүебеҙсә, экологик яуаплылыҡ рәсәйҙәр өсөн нормаға әүерелә бара. Башҡортостан халҡы юғары аңлылыҡ, әүҙемлек күрһәтеп, Рәсәйҙә төбәккә беренсе урынды тәьмин итте.

–Тапшырылған макулатураның һәр тоннаһы – тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға һәм иҡтисадты үҫтереүгә ҙур өлөш ул. Акцияла ҡатнашыусылар тәбиғәт тураһындағы хәстәрлектең ҡоро һүҙ генә булмауын, ә аныҡ эш икәнен иҫбатланы, – тине был турала тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов.

Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау акциялары һөҙөмтәһе буйынса алдынғы тәүге биш төбәк эсенә инә. “Рәсәй һыуы” акцияһында, 6,5 мең километр яр буйҙарын таҙартып, республика илдә дүртенсе урынға сыҡты. Тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлектең төрлө һөнәр кешеләрен берләштереүен, тыуған яҡты тағы ла йәмлерәк, таҙараҡ күрергә теләү маҡсатында үҙҙәренең лайыҡлы өлөштәрен индерергә тырышыуын күрәбеҙ. Ирешелгән уңыштар – власть даирәләрен, бизнесты һәм экология сараларында ҡатнашыусыларҙы бер усҡа йыйған системалы эш һөҙөмтәһе ул.

Урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү, ҡырҡылған ағастар урынына яңыларын ултыртыу буйынса республикала эш даими бара. ”Экологик именлек” милли проектына ярашлы, “Башнефть-Добычи” хеҙмәткәрҙәре Асылыкүл яры буйлап ылыҫлы урманды тергеҙеү буйынса 2023 йылда башланған эште уңышлы дауам итә. Хәҙер ултыртылған ағастар һаны 126 меңгә етте. Республикабыҙҙа иң ҙур күлдәрҙән һаналған Асылыкүл тәбиғәт паркының яр буйы зонаһы күҙгә күренеп матурлана. ХХ быуат башында һыу ятҡылығы тулыһынса урман менән уратып алынған булған. Халыҡтың ағастарҙы аяуһыҙ ҡырҡыуы һөҙөмтәһендә микроклимат үҙгәреш кисергән, һыу ятҡылығының яр буйы һаҙлыҡлана башлаған. Ғалимдарҙың фекеренсә, ылыҫлы урманды тергеҙеү менән кире процесс башланасаҡ. Йәш урман тәбиғи рәүештә ямғыр һәм ирегән ҡар һыуҙарын тупраҡҡа һеңдереүгә булышасаҡ. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы ерҙәренән органик матдәләрҙең, тупраҡ эрозияһы продукттарының һыу ятҡылығына төшөүенә юл ҡуйылмаясаҡ, өҫтәүенә ярҙарҙың йыуылыуын һәм һаҙлыҡланыуын туҡтатасаҡ.

Быйыл нефтселәр Өфө, Кушнаренко, Шишмә райондарында тирә-яҡты йәшелләндереүгә ҙур көс һалды. Өфө районында 200 декоратив ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Беҙҙең төбәк өсөн ғәҙәти булған йүкә, миләш, сирень ағастарынан тыш урындағы климатҡа яраҡлаштырылған экзотик үҫентеләр – япон айваһы, ҡыҙыл япраҡлы барбарис, шәмәхә төҫөндәге муйыл, спирея, гортензия, ҡатмарлы таж япраҡлы йәсмин ултыртылды.

Күп йыллыҡ декоратив культуралар ултыртыу 2024 йылда башланған экологик акцияның дауамы булып тора. Ул саҡта Өфө районының Курасков торағы янында туя, шәмәхә төҫөндәге муйыл, алмағас, сирень һәм пирамида рәүешендәге эре өйәңке ағастары ултыртылды. Бер нисә йылдан күрерһегеҙ, был урын йәшеллеккә сумыуҙан тыш, биологик яҡтан төрлөлөгө менән ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ әле.

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә быйыл “Экологик именлек” милли проектына ярашлы үткән киң ҡоласлы экология акцияһында йөҙҙән ашыу кеше һигеҙ мең Себер шыршыһы үҫентеһен ултыртты. Сараны “Еңеүҙең йәшел иҫтәлеге” программаһына ярашлы ойошторҙолар. Акцияла Октябрьский, Туймазы, Өфө ҡалалары, Ҡандра, Ҡандракүл, Николаевка ауылдары һәм Бүздәк районы халҡы ҡатнашты. “Һәр ултыртылған үҫенте ябай ағас ҡына түгел. Ул – геройҙарға рәхмәт символы, батырлыҡтары тураһында тере иҫтәлек һәм планетабыҙҙың киләсәге тураһында хәстәрлек тә”, – тип билдәләне. “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы методисы Ирина Сабирова.

Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйында ойошторолған сара ла тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, халыҡтың иғтибарын йәнтөйәк матурлығын һәм байлыҡтарын һаҡлауға йәлеп итеү йәһәтенән бик файҙалы булды. Өмәлә ҡатнашыусылар ылыҫлы ағастар ултыртты, яр буйҙарын таҙартты. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Антон Гладышев әйтеүенсә, 500 ирекмән тырышлығы менән ике мең ҡарағай ултыртылған һәм сүп-сар йыйып алынған.

Башҡортостан предприятиелары үҙ башланғысы менән экологик акциялар үткәреүҙән тыш, ял итеү урындары, парктар булдырыу буйынса ҙур пландар ҡора. Мәҫәлән, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты бер йыл элек үҙ иҫәбенә Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк төҙөлөшөн башлағайны. Таусылар ауылында халыҡтың йөкмәткеле ял итеүе өсөн уңайлы, йәмле, заманса киңлек буласағы һәр кемде һөйөндөрә. Быйыл яҙ шыршылар ултыртыу паркты йәшелләндереүҙә тәүге ырамлы аҙым булды. Парктың яңғырауыҡлы исем менән аталыуы комбинат етәкселәре иңенә айырыуса ҙур яуаплылыҡ һала.

2026 йылда урмандарҙы тергеҙеү өсөн 28 миллиондан ашыу үҫенте әҙерләнәсәк. Тимәк, 14 мең гектарҙа йәш урмандар ҡалҡып сығасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика йыл һайын ҡырҡылған йәки тәбиғәт факторҙары арҡаһында юҡҡа сығарылған урмандарҙан күберәк ағас ултыртырға тейеш. Быйыл ағас ултыртыу планы өс процентҡа арттырылған. Урман фондын тергеҙеү күләме буйынса Учалы, Нуриман, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары алда бара.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:

“Элек бөтөнләй ағастар үҫмәгән ерҙәрҙә яңы урмандар ҡалҡып сыҡты, бының өсөн 160 миллион үҫенте ултыртылды. Был - бик ҙур һан! Урмандарҙы тергеҙеү тотош төбәк буйынса урман фонды биләмәһендә бара. Уның эшендә бөтә урман хужалыҡтары, урман участкалары арендаторҙары ҡатнаша. “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашҡан һәр кемде айырым билдәләгем һәм рәхмәт әйткем килә. Мин республика буйлап күп йөрөйөм һәм дөйөм эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күрәм. Элекке буш ерҙәрҙә хәҙер яңы ағастар үҫә. Башҡортостан һәр ваҡыт урмандарға бай булды, һәм был байлыҡты киләһе быуындар өсөн һаҡларға тейешбеҙ”.

Морат Шафиҡов, Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронты төбәк штабының рәйестәше:

“Башҡортостандың эко-рейтингтар буйынса лидерҙар рәтендә тотороҡлоҡ һаҡлауын билдәләге килә. Беҙҙә граждандар бик әүҙем һәм улар ярҙамында республикала ҡеүәтле экологик берләшмә барлыҡҡа килде. Халыҡ федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Экологик именлек” милли проектына ярашлы, макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй ”Бумбатл” акцияһында, дөйөм Рәсәй “Батарейкалар тапшырабыҙ” һәм “Шиндарҙы утилләштерәбеҙ” төбәк акцияларында ҡатнашып, тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөштәрен индерҙе. Республикала яңы сифат кимәленә күтәрелгән йәмәғәт экология инспекторҙары институты эшмәкәрлеген билдәләге килә. Был йүнәлештә республика вуздарында юғары белем алған студент-экологтар менән эшләйбеҙ. Минеңсә, тәбиғәтте һаҡлау органдарының кадрҙар резервы өсөн был бик яҡшы эш. Шулай уҡ практикала тейешле профессиональ күнекмәләр алыу менән бергә тыуған Башҡортостанына файҙа килтергән студенттар өсөн дә”.

Асҡын урман хужалығы “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылды.

Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайтынан.

-2