Позывнойы шаян булһа ла, егеткә төрлө ҡатмарлы һынауҙарҙы үтергә, күңелендәге икеләнеүҙәрҙе еңеп, йөрәгендә Еңеүгә булған ышанысты һаҡларға тура килә. Бөгөн ул – махсус хәрби операция ветераны. Яҡташтарыбыҙ көн һайын фронтта батырлыҡ, ныҡышмаллыҡ һәм юғары профессионаллек күрһәтә. Уларҙың хеҙмәте хәрби бурыстарҙы үтәүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә халыҡтың тыныслығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн төрлө һынауҙарҙы үтергә әҙер булыуҙа ла. “Мультик” Оборона министрлығы менән 2024 йылда контракт төҙөй. Ике туған ағаһының махсус хәрби операцияла һәләк булыуы уны тетрәндерә һәм артабан тыныс ҡына йәшәй алмауын аңлай. Туғандары ла был ҡыйыу аҙымын хуплай, тип яҙа “Красный Ключ НурИман” гәзите. “Хәйер, ул саҡта мине туҡтатырлыҡ көс юҡ ине. Атай-әсәйем мине илһөйәр итеп тәрбиәләне, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен, ата-бабаларыбыҙҙы һәр саҡ өлгө итеп ҡуйҙы”, - ти “Мультик”. Махсус хәрби операция зонаһында ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Көн һайын иптәштәре менән картография материалдар