Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәмилә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә

Ейәнсура районы ауылдарында, боронғо йоланы тергеҙеп, әле лә ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыусылар бар. Шуларҙың береһе – Буранғол ауылынан Йәмилә апай Исхаҡова. Ул бала сағында өләсәһе эргәһендә йөрөп, һағыҙ ҡайнатыу серҙәренә төшөнгән. – Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын туҙы кәрәк буласаҡ. Уны йығылып ятҡан ағастарҙан ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алабыҙ. Унан тышындағы бер аҡ ҡатын таҙартырға кәрәк. Уны алмаһаң, әсе була, һағыҙ тәмһеҙ килеп сыға. Һыҙырып таҙартҡандан һуң, туҙҙың ҡаты буйлап ваҡ ҡына итеп тетәбеҙ. Артабан уларға ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап тултырабыҙ. Ҡаймаҡ иҫке түгел, яңы айыртылған булырға тейеш. Майлаһаң, белеп булмай шул. Аҙыраҡ һалһаң – ҡатыраҡ, күберәк майлаһаң, үтә лә йомшаҡ булып китә. Үҙеңсә самалап өйрәнеп алаһың инде. Ҡаймаҡ бик йәбешеп бармай, матур ғына килеп сыға. Һағыҙҙы, ғәҙәттә, йылға буйында ҡайнатабыҙ. Суйынды таба менән ябып, усаҡҡа ҡуябыҙ. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы уҡлау кеүегерәк йомро таяҡ менән болғат
Оглавление
    Йәмилә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә
Йәмилә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә

Йәмилә инәй ҡара һағыҙ ҡайнатырға өйрәтә

Ейәнсура районы ауылдарында, боронғо йоланы тергеҙеп, әле лә ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыусылар бар. Шуларҙың береһе – Буранғол ауылынан Йәмилә апай Исхаҡова. Ул бала сағында өләсәһе эргәһендә йөрөп, һағыҙ ҡайнатыу серҙәренә төшөнгән. Әле файҙалы ла, хуш еҫле лә һағыҙҙы эшләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Ейәнсура районы ауылдарында, боронғо йоланы тергеҙеп, әле лә ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыусылар бар. Шуларҙың береһе – Буранғол ауылынан Йәмилә апай Исхаҡова. Ул бала сағында өләсәһе эргәһендә йөрөп, һағыҙ ҡайнатыу серҙәренә төшөнгән.

– Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын туҙы кәрәк буласаҡ. Уны йығылып ятҡан ағастарҙан ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алабыҙ. Унан тышындағы бер аҡ ҡатын таҙартырға кәрәк. Уны алмаһаң, әсе була, һағыҙ тәмһеҙ килеп сыға.

Һыҙырып таҙартҡандан һуң, туҙҙың ҡаты буйлап ваҡ ҡына итеп тетәбеҙ. Артабан уларға ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап тултырабыҙ. Ҡаймаҡ иҫке түгел, яңы айыртылған булырға тейеш. Майлаһаң, белеп булмай шул. Аҙыраҡ һалһаң – ҡатыраҡ, күберәк майлаһаң, үтә лә йомшаҡ булып китә. Үҙеңсә самалап өйрәнеп алаһың инде. Ҡаймаҡ бик йәбешеп бармай, матур ғына килеп сыға.

Һағыҙҙы, ғәҙәттә, йылға буйында ҡайнатабыҙ. Суйынды таба менән ябып, усаҡҡа ҡуябыҙ. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы уҡлау кеүегерәк йомро таяҡ менән болғатабыҙ. Эрегән туҙҙы усаҡҡа сәсрәтмәгеҙ. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура киләсәк. Таяҡты бысратмау мөһим, сөнки ҡом-фәлән йәбешһә, һағыҙҙың сифаты юғала. Шуға уны таҙа сепрәккә һалып тороғоҙ.

Суйын эсендәге иҙмәне мөмкин тиклем йышыраҡ болғатып, туҙҙары һағыҙға әйләнеп бөткәс, уға таҙа һалҡын һыу ҡойоп, күләгәгә ултыртығыҙ. Һыуынғас, ҡулды ҡаймаҡлап, суйын эсендәге һағыҙҙы һыпырып йыйып, йомарлап, еүеш сепрәккә төрөп һалабыҙ. Һағыҙыбыҙ әҙер. Усаҡты яҡшылап һүндергәс, эшебеҙ ҙә тамам, – ти һағыҙ ҡайнатыу оҫтаһы.

Ә һеҙҙең яҡта ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнаталармы?

Сығанаҡ: https://max.ru/u/f9LHodD0cOIXFlTVe5nvvie2pORgJLeE6qKOpwqPsIw1cHlX-ncKEzCSJ20