Май аҙағы. "Һуңғы ҡыңғырау", мәктәп менән хушлашыу... Йәштәр шатлана, ниндәйҙер мөғжизә көтә, матурлана, ата-әсә күңелле лә, һағышлы ла мәшәҡәттәргә күмелгән... Ә минең енем ҡуҙғала. Йөрәгемде әрнетә ошо осор... ...Уҙған быуат аҙаҡтары. Ауылда алты уҡыусы туғыҙынсы класты тамамлайбыҙ. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған мин айырыуса түҙемһеҙләнеп көтәм кеүек “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын. Мәктәпте тамамлап, аттестат алыу менән училищеға документ тапшырырға юлланасаҡмын! “Һинән һәйбәт педагог сығасаҡ”, – ти гел уҡытыусыларым. Бәләкәй кластарҙа дәрестәр ҙә үткәртеп ҡаранылар. Эй яратам ошо мәлдәрҙе! Балаларҙың белеме өсөн яуаплылыҡ тойоу, уларҙың ышанып ҡарауы, тырышыуы күңелемә әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт бирә. Уҡытыусы һөнәренә уҡып ҡына алһам... Мәктәптә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Күңелле унда! Ә өйҙә... Һуңғы ваҡытта әсәйемдең йылмайғанын күргәнем, яҡшы һүҙ ҡушҡанын ишеткәнем юҡ. Атайым иһә төн урталарында ғына ҡайтып инә лә иртә менән сығып та олаға. Уға әсәйемде