Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер-береһенә терәк улар

Илле йыл буйына ҡулға-ҡул тотоношоп, татыулыҡта балалар үҫтереп, оло тормош юлына сығарған Сабировтар тураһында һүҙебеҙ. Флисә Муллаян ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Һигеҙ бөртөк туғандары янында ике туған ҡустылары ла бергә үҫә. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында ала, урта мәктәпте Ҙур Баҙраҡ ауылында тамамлай. – Мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Ҡулдарҙа – шәм йәки кәрәсин лампаһы. Бик һирәк саҡта трактор йәиһә ат арбаһына ултырырға тура килде, – тип иҫкә ала ул саҡтарҙы Флисә ханым. 15 йәшенән клуб мөдире, почтальон булып эшләй. Аҙаҡ элемтә бүлексәһе начальнигы булып китә. Йәмил Әмирйән улы ла Туҡай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ҙур Баҙраҡ мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын колхозда дауам итә. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы, трактор руле артынан төшмәй. Оҫта гармунсы булыуы арҡаһында тормош иптәшен дә сәхнәлә таба. Флисә ханымдың клубта гөрләтеп эшләгән сағы. Йәштәр, бер-береһен оҙаҡ ҡына һынағандан һуң, ғүмер юлдарын бергә бәйләргә була. Улдары Марсель тыуғас, йәш ғаилә Ҙур Баҙраҡ а
Оглавление
    Бер-береһенә терәк улар
Бер-береһенә терәк улар

Бер-береһенә терәк улар

Оҫта гармунсы булыуы арҡаһында тормош иптәшен дә сәхнәлә таба.

Илле йыл буйына ҡулға-ҡул тотоношоп, татыулыҡта балалар үҫтереп, оло тормош юлына сығарған Сабировтар тураһында һүҙебеҙ. Флисә Муллаян ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Һигеҙ бөртөк туғандары янында ике туған ҡустылары ла бергә үҫә. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында ала, урта мәктәпте Ҙур Баҙраҡ ауылында тамамлай.

– Мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Ҡулдарҙа – шәм йәки кәрәсин лампаһы. Бик һирәк саҡта трактор йәиһә ат арбаһына ултырырға тура килде, – тип иҫкә ала ул саҡтарҙы Флисә ханым.

15 йәшенән клуб мөдире, почтальон булып эшләй. Аҙаҡ элемтә бүлексәһе начальнигы булып китә.

Йәмил Әмирйән улы ла Туҡай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ҙур Баҙраҡ мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын колхозда дауам итә. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы, трактор руле артынан төшмәй. Оҫта гармунсы булыуы арҡаһында тормош иптәшен дә сәхнәлә таба. Флисә ханымдың клубта гөрләтеп эшләгән сағы.

Йәштәр, бер-береһен оҙаҡ ҡына һынағандан һуң, ғүмер юлдарын бергә бәйләргә була. Улдары Марсель тыуғас, йәш ғаилә Ҙур Баҙраҡ ауылына күсеп килә. Бер-бер артлы биш ҡыҙҙары донъяға килә! Ғаилә яңы йорт һалып сыға, балаларын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Бөгөн уларҙың уңыштарына һөйөнөп, туғыҙ ейәнгә хөрмәтле олатай-өләсәй булып, ҡыуаныслы тормош кисерәләр. Татыу, бәхетле ғаилә мөхәббәт, ышаныс, сабырлыҡ булғанда ғына ҡоростай ныҡ була. Сабировтар ҡунаҡсыл кешеләр, уларҙың йортонан кеше өҙөлмәй. Флисә һәм Йәмил Сабировтар һәр береһен асыҡ йөҙ, өҫтәл тулы һый менән ҡаршы ала.

Борай районы.

Лира Юрасова фотолары.