Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берҙән-бер бала булған...

Фажиғәле хәл Ҡыйғы районында булған. Ирҙең туғаны “КП-Уфа”-ға һөйләүенсә, ул кәләше һәм һигеҙ айлыҡ ҡыҙы менән Йосоп ауылындағы туғандарына ҡунаҡҡа килгән. 1 май төнөндә ир мотоциклда йөрөп килергә булып, Күпер урамына сыға. Бер өйҙө ситләтеп үтеп Ҡыйғы йылғаһы аша күпергә төшкәндә фажиғәле хәл килеп сыға ла инде. Ҡараңғыла, мотоциклдың фары ла янмаған була, транспорттан осоп йылғаға барып төшә. Яр буйында уның техникаһы, ҡатаһы һәм баш кейеме генә табылған. “Төндә һәм иртәгәһенә көнө буйы эҙләнек. МЧС ҡушылды, моторлы кәмәлә йылға буйынан да эҙләнеләр. Полиция һәм ҡотҡарыусылар эргә-тирәләге урын-ерҙе тикшерҙе – һөҙөмтә булманы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында уның Ҡыйғы йылғаһы ҡойған урынға - Әй йылғаһына эләгеү ихтималлығын әйттеләр. Унда ағым бик көслө”, - тип һөйләгән урындағы бер кеше. 15 майҙа уны үле килеш табылыуы хаҡында хәбәр итәләр. Асыҡланыуынса, ир ҡолап төшкән урындан 10 саҡрым алыҫлыҡҡа тиклем ағып киткән. Егет себерҙә вахта ысулы менән быраулаусы ярҙамсыһы булып э
Оглавление
    Берҙән-бер бала булған...
Берҙән-бер бала булған...

Берҙән-бер бала булған...

27 йәшлек егеттең кәүҙәһе 15 көндән һуң ғына табылған

Фажиғәле хәл Ҡыйғы районында булған. Ирҙең туғаны “КП-Уфа”-ға һөйләүенсә, ул кәләше һәм һигеҙ айлыҡ ҡыҙы менән Йосоп ауылындағы туғандарына ҡунаҡҡа килгән.

1 май төнөндә ир мотоциклда йөрөп килергә булып, Күпер урамына сыға. Бер өйҙө ситләтеп үтеп Ҡыйғы йылғаһы аша күпергә төшкәндә фажиғәле хәл килеп сыға ла инде. Ҡараңғыла, мотоциклдың фары ла янмаған була, транспорттан осоп йылғаға барып төшә. Яр буйында уның техникаһы, ҡатаһы һәм баш кейеме генә табылған.

“Төндә һәм иртәгәһенә көнө буйы эҙләнек. МЧС ҡушылды, моторлы кәмәлә йылға буйынан да эҙләнеләр. Полиция һәм ҡотҡарыусылар эргә-тирәләге урын-ерҙе тикшерҙе – һөҙөмтә булманы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында уның Ҡыйғы йылғаһы ҡойған урынға - Әй йылғаһына эләгеү ихтималлығын әйттеләр. Унда ағым бик көслө”, - тип һөйләгән урындағы бер кеше.

15 майҙа уны үле килеш табылыуы хаҡында хәбәр итәләр. Асыҡланыуынса, ир ҡолап төшкән урындан 10 саҡрым алыҫлыҡҡа тиклем ағып киткән.

Егет себерҙә вахта ысулы менән быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләгән. Ата-әсәһенең бер бөртөк улы булған.

Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.