Башҡортостандың республика ойоштороусыһы булған бөтә һигеҙ шифаханаһы ла Рәсәйҙең иң яҡшы 100 шифаханаһы иҫәбенә инә. Был хаҡта Радий Хәбировтың аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне. Һауыҡтырыу учреждениеларының дөйөм урындар һаны – 3,3 меңдән ашыу. 2021 йылдан алып Башҡортостан шифаханаларын ял итеү өсөн республиканан, күрше төбәктәрҙән һәм башҡа илдәрҙән килгән 405 меңдән ашыу кеше һайлаған. 2025 йылда килем күләме 7 миллиард һум самаһы тәшкил итә, был 2024 йылдан 11 процентҡа күберәк. – Беҙ заманса медицина ҡорамалдарына инвестициялар һалдыҡ, уникаль тергеҙеү программаларын индерҙек, инфраструктураны һәм сервисты әүҙем һәм талапсан аудитория һорауы буйынса яңынан ҡараныҡ, – тине Наталья Полянская. – Төп капиталға инвестицияларҙың дөйөм күләме 22 процентҡа – 786,6 миллион һумға тиклем артты. 2023 йылдан алып республика шифаханаларында 9,5 меңдән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары да