Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртабыҙ

2026 йылдың яҙында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 4,3 мең ҙур ағас һәм 139 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртылды, 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Мәҫәлән, Октябрьскийҙа Ҙур һәм татыу ғаилә аллеяһы һәм ҡаланың 80 йыллығына аллея, Туймазыла – Чернобыль АЭС-ында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея, Стәрлетамаҡ районының Бельский ауылында – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа килде, ә Нефтекамала Хеҙмәт даны аллеяһы киңәйтелде. Өфөлә 320 ҙур һәм 684 ҡыуаҡ ултыртылды, 10 тематик аллеяға нигеҙ һалынды. Акцияла бөтәһе 65 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 1 283 берәмек техника йәлеп итеп, дүрт мең ирекмән һәм 3,5 мең ойошма ҡатнашты. “Йәшел Башҡортостан” менән бер рәттән төбәктә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы үтте. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм “
Оглавление
    Ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртабыҙ
Ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртабыҙ

Ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртабыҙ

"Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә 83 яңы тематик аллея ултыртылды.

2026 йылдың яҙында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 4,3 мең ҙур ағас һәм 139 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртылды, 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

Мәҫәлән, Октябрьскийҙа Ҙур һәм татыу ғаилә аллеяһы һәм ҡаланың 80 йыллығына аллея, Туймазыла – Чернобыль АЭС-ында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея, Стәрлетамаҡ районының Бельский ауылында – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа килде, ә Нефтекамала Хеҙмәт даны аллеяһы киңәйтелде. Өфөлә 320 ҙур һәм 684 ҡыуаҡ ултыртылды, 10 тематик аллеяға нигеҙ һалынды.

Акцияла бөтәһе 65 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 1 283 берәмек техника йәлеп итеп, дүрт мең ирекмән һәм 3,5 мең ойошма ҡатнашты.

“Йәшел Башҡортостан” менән бер рәттән төбәктә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы үтте. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм “Экология именлеге” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсаттарына ярҙам итеү маҡсатында үткәрәләр.

Акция саралары республикала 260 майҙансыҡта үтте. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының алдынғы өс төбәге иҫәбенә инде.

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, акция сиктәрендә 600 гектарҙан ашыу майҙанда 2 миллион самаһы үҫенте ултыртылған. Сараларҙа 117 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Үҙәк майҙансыҡ булып Нуриман районының Байгилде ауылы эргәһендәге территория тора, унда 25 апрелдә 8 мең ҡарағай, йүкә һәм башҡа үҫентеләр ултыртыла. Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә төҙөлгән массив “Геройҙар урманы” исемен алған.

Акцияла төбәктең алдынғы предприятиелары һәм ойошмалары әүҙем ҡатнашты. Улар иҫәбендә – “Башнефть”, “Бергә эсемлектәр”, “Ультрадекор”, “Оборонлес”, “Себер һаулығы” компаниялары һәм башҡалар.

Башҡортостан Башлығы хужалыҡ эшмәкәрлегендә ҡулланылғанға ҡарағанда күберәк урман ултыртыу мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм артабан да ошо принципты теүәл үтәргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.