Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Ейәнсура таңдары

— Эх, Әсҡәт, Әсҡәт, минең хистәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, иҫән дә булыр инең әле, бәлки, — тип ҡуйҙы ул эстән генә

— Белә инең бит минең яратҡанды, тик ҡайҙа инде беҙҙең һымаҡ ауыл быҙауына ҡарау, һиңә ҡала ҡыҙы кәрәк булды. Хәҙер, ана, икегеҙгә лә икешәр метр ер етте... Әсҡәтте Мәфтуха бәләкәйҙән яратты. Ә унынсы синыфтарҙа уҡығанда уның йөрәгендә ысын мөхәббәт усағы дөрләй ине. Тик егет кенә уға ҡарата һалҡын булды. Күршеләренә ҡаланан ҡайтып йөрөгән, төҫкә-башҡа бик сибәр, үҙенә күрә аҡыллы ғына ҡыҙға күҙе төштө. Тегенеһе лә егеткә мөхәббәте менән яуапланы. Шулай ике арала оло хистәр хасил булып, дөрләне лә китте. Оҙаҡламай әсәһе буласаҡ киленен мендәргә баҫтырҙы, ауыҙына бал-май ҡаптырҙы. Өгөт-нәсихәтен бирҙе, йәштәргә бәхет, именлек теләне. Эшкә уңған егет күршелә генә буш торған урынға йорт күтәрҙе. Әсәһен дә үҙҙәренә күсерергә теләгән ине, уныһы: "Йәш саҡта, теләгәнсә йәшәп ҡалығыҙ. Миңә бында ла яҡшы. Ныҡлап ҡартайғас, Аллаһы бойорһа, алып ҡарарһығыҙ", — тине. Хәҙер үкенә лә бит Әсмә инәй, һуң инде https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-02-02/t-n-hik-y-3128355

— Эх, Әсҡәт, Әсҡәт, минең хистәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, иҫән дә булыр инең әле, бәлки, — тип ҡуйҙы ул эстән генә. — Белә инең бит минең яратҡанды, тик ҡайҙа инде беҙҙең һымаҡ ауыл быҙауына ҡарау, һиңә ҡала ҡыҙы кәрәк булды. Хәҙер, ана, икегеҙгә лә икешәр метр ер етте...

Әсҡәтте Мәфтуха бәләкәйҙән яратты. Ә унынсы синыфтарҙа уҡығанда уның йөрәгендә ысын мөхәббәт усағы дөрләй ине. Тик егет кенә уға ҡарата һалҡын булды. Күршеләренә ҡаланан ҡайтып йөрөгән, төҫкә-башҡа бик сибәр, үҙенә күрә аҡыллы ғына ҡыҙға күҙе төштө. Тегенеһе лә егеткә мөхәббәте менән яуапланы. Шулай ике арала оло хистәр хасил булып, дөрләне лә китте. Оҙаҡламай әсәһе буласаҡ киленен мендәргә баҫтырҙы, ауыҙына бал-май ҡаптырҙы. Өгөт-нәсихәтен бирҙе, йәштәргә бәхет, именлек теләне. Эшкә уңған егет күршелә генә буш торған урынға йорт күтәрҙе. Әсәһен дә үҙҙәренә күсерергә теләгән ине, уныһы: "Йәш саҡта, теләгәнсә йәшәп ҡалығыҙ. Миңә бында ла яҡшы. Ныҡлап ҡартайғас, Аллаһы бойорһа, алып ҡарарһығыҙ", — тине. Хәҙер үкенә лә бит Әсмә инәй, һуң инде

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-02-02/t-n-hik-y-3128355