Бер тамсы ла буяҡ күрмәгән балҡып янған йөҙ, дымлы ҡарағаттай күҙҙәр, хуш еҫ бөрккән дымлы сәстәре менән сафлыҡтың, ғиффәтлектең үҙе ине Резеда. Теләһә, күккә ашырыр, теләһә, йәнеңде йәһәннәмгә олаҡтырыр дәрәжәләге ҡыҙ икәнен егет аңлай. Йөрәге тулап тибә, тын алышы өҙөк-өҙөк. – Мин һеҙгә тәү ҡараштан ғашиҡ булдым… Һауалы ҡала егетенән бер нәмә ҡалмаған. Ул тәҡәтһеҙ булып, үҙен тыя алмаҫ дәрәжәгә етте. Ибәтәйһеҙ генә ҡыҙға тотондо, этәреп диванға йыҡты. Халат иҙеүе йырылып, пар алмаларҙағы нәфис төймәләр шаштырып ебәрҙе. Шуларға йомолдо. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-14/ush-y-ke-4686427