Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Ейәнсура таңдары

- Иреңде хөрмәт итеүең шулмы

? Иренең тос йоҙроғо Хәлиҙәнең баш осонда уйнаны. Шул арала көслө ҡулдар Хәлиҙәнең күкрәген ялмап алды, карауаттан күтәреп алып, әллә ҡайҙарға осорҙо. Башы өҫтәл тояғына бәрелеүҙән күҙҙәренә уттар күренде. - Хисаметдин, туҡта… мин хәҙер, - тип үтенде. Ләкин сығарынан-сыҡҡан иренең күҙҙәре томаланған ине. Бына ул ҡулына эләккән ултырғысты алып, өҫтәл яғына киҙәнде. “Үлтерә, биллаһи үлтерә, - тигән уй башын ярып үтте Хәлиҙәнең, бар көсөн йыйып, өҫтәл аҫтына тәгәрәне. Ултырғыс гөрһөлдәп өҫтәл өҫтөнә төштө, бер нисә һауыт-һаба шылтырап иҙәнгә ҡойолдо. - Кәнтәй, һин ҡайҙа? Үлтерәм!,- тип ажғырып бүлмәнән бүлмәгә югергеләне Хисаметдин. Тик Хәлиҙә тауыш бирмәне, тағы ла нығыраҡ йомарланды. Бына ире аш бүлмәһенә инде, шешәме, стаканмы сыңлағаны ишетелде. Моғайын, шешә төбөндә ҡалған араҡыны эсәлер. Ана алғы бүлмәгә сыҡты, диван шиғырҙаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан өйҙә тынлыҡ урынлашты. “ Йоҡланы шикелле”,- тип бер аҙ тынысланды Хәлиҙә. Ипләп кенә өҫтәл аҫтынан башын сығарып ҡараны, иренең йоҡ

- Иреңде хөрмәт итеүең шулмы?

Иренең тос йоҙроғо Хәлиҙәнең баш осонда уйнаны. Шул арала көслө ҡулдар Хәлиҙәнең күкрәген ялмап алды, карауаттан күтәреп алып, әллә ҡайҙарға осорҙо. Башы өҫтәл тояғына бәрелеүҙән күҙҙәренә уттар күренде.

- Хисаметдин, туҡта… мин хәҙер, - тип үтенде. Ләкин сығарынан-сыҡҡан иренең күҙҙәре томаланған ине. Бына ул ҡулына эләккән ултырғысты алып, өҫтәл яғына киҙәнде. “Үлтерә, биллаһи үлтерә, - тигән уй башын ярып үтте Хәлиҙәнең, бар көсөн йыйып, өҫтәл аҫтына тәгәрәне. Ултырғыс гөрһөлдәп өҫтәл өҫтөнә төштө, бер нисә һауыт-һаба шылтырап иҙәнгә ҡойолдо.

- Кәнтәй, һин ҡайҙа? Үлтерәм!,- тип ажғырып бүлмәнән бүлмәгә югергеләне Хисаметдин. Тик Хәлиҙә тауыш бирмәне, тағы ла нығыраҡ йомарланды. Бына ире аш бүлмәһенә инде, шешәме, стаканмы сыңлағаны ишетелде. Моғайын, шешә төбөндә ҡалған араҡыны эсәлер. Ана алғы бүлмәгә сыҡты, диван шиғырҙаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан өйҙә тынлыҡ урынлашты. “ Йоҡланы шикелле”,- тип бер аҙ тынысланды Хәлиҙә. Ипләп кенә өҫтәл аҫтынан башын сығарып ҡараны, иренең йоҡлап китеүенә тамам инанғас, еңел тын алды,тик кире урынына барып ятманы, аяҡ остарына ғына баҫып, ишек яғына атланы.

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-02-06/s-yer-atyn-4567784