▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. "Тормошом һәм ижадым девизы – "Йәшәгәндә – йәшәргә!". Әгәр был донъяларҙан китеп барһаң, инде бер нимәне лә үҙгәртеп булмаясаҡ. Шуға ғүмер булғанда – үҙ-үҙеңде йәлләмәй, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, йәшнәргә, ижад итергә кәрәк," – ти йәш опера һәм эстрада артисы Радмир Вәлиев. Архангель районы егете Радмир ябай эшсәндәр ғаиләһендә тыуһа ла, ата-әсәһе, өләсәй-туғандары бәләкәйҙән йыр-моңға мөхәббәт тәрбиәләгәндәр. Үҙҙәре лә музыка ҡоралдарында уйнарға, йырларға яратҡан. 33 йәшлек егет Радмир Хәсәнов "Республиканың атҡаҙанған артисы" исемен лайыҡлы күтәреп ижад итә. Уның репертуарында — популяр эстрада йырҙары ғына түгел, авторлыҡ йырҙар ҙа һәм опера партиялары, романстар. Башҡорт, татар, рус, итальян, немец, инглиз телдәрендә йырлаған артист тәүҙә Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында вокал бүлегендә Вәхит Хызыров класында оҫталыҡҡа өйрәнгән, артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһында данлыҡлы тено
Өфө уттары - 19.05.2026 Йырсы Радмир Хәсәнов : "Йәшәгәндә – йәшәргә!"
20 мая20 мая
8
1 мин