Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

МХО ветераны күптәнге хыялын тормошҡа ашырған

Соледар, Бахмут һәм Курск өлкәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан яугир. Элемтәсе булып хеҙмәт иткән, дрондар менән дә идара иткән, кәрәк булғанда фельдшер булараҡ беренсе ярҙам күрһәткән. Ҡыҙыу алыштарҙың береһендә Ғәли Рәхмәтуллин үҙенең командирының ғүмерен ҡотҡарған, бының өсөн «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланған. Ҡасандыр вахта менән эшләп оҫта ашнаҡсыға әйләнгән Ғәли хеҙмәттәштәренең рухын күтәреп, үҙ ҡулдары менән бешереп бәлеш-ҡоймаҡтар менән һыйлаған. 2024 йылдың 10 декабрендә Курск яғында хәрби заданиеға юлға сыҡҡанда ҡаты яраланған. Яҡташыбыҙ Рыльск, Курск ҡалалары госпиталдәрендә дауаланған, Мәскәүҙә операция үткәргәндән һуң яугир хәрби хеҙмәттән бушатылған. Мәскәүҙә госпиталдә дауаланған саҡта яҡташы, тиҫтә йылдар агроном һөнәрле Рөстәм Ҡусҡарбаев менән электәнге хыялы - малсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүен әйтеп, бизнес-планы менән уртаҡлаша. “Беребеҙҙең - аяҡ, икенсебеҙҙең ҡулы ампутацияланған. Шул ваҡытта уҡ бер-беребеҙгә ярҙам итә инек”, – ти яу
Оглавление
    МХО ветераны күптәнге хыялын тормошҡа ашырған
МХО ветераны күптәнге хыялын тормошҡа ашырған

МХО ветераны күптәнге хыялын тормошҡа ашырған

Махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәребеҙ ил именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. Шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе Күгәрсен районынан Ғәли Рәхмәтуллин да 2023 йылда Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.

Соледар, Бахмут һәм Курск өлкәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан яугир. Элемтәсе булып хеҙмәт иткән, дрондар менән дә идара иткән, кәрәк булғанда фельдшер булараҡ беренсе ярҙам күрһәткән. Ҡыҙыу алыштарҙың береһендә Ғәли Рәхмәтуллин үҙенең командирының ғүмерен ҡотҡарған, бының өсөн «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланған. Ҡасандыр вахта менән эшләп оҫта ашнаҡсыға әйләнгән Ғәли хеҙмәттәштәренең рухын күтәреп, үҙ ҡулдары менән бешереп бәлеш-ҡоймаҡтар менән һыйлаған.

2024 йылдың 10 декабрендә Курск яғында хәрби заданиеға юлға сыҡҡанда ҡаты яраланған. Яҡташыбыҙ Рыльск, Курск ҡалалары госпиталдәрендә дауаланған, Мәскәүҙә операция үткәргәндән һуң яугир хәрби хеҙмәттән бушатылған.

Мәскәүҙә госпиталдә дауаланған саҡта яҡташы, тиҫтә йылдар агроном һөнәрле Рөстәм Ҡусҡарбаев менән электәнге хыялы - малсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүен әйтеп, бизнес-планы менән уртаҡлаша. “Беребеҙҙең - аяҡ, икенсебеҙҙең ҡулы ампутацияланған. Шул ваҡытта уҡ бер-беребеҙгә ярҙам итә инек”, – ти яугирҙәр.

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күреүең артыҡ тип, ҡаһармандың тыуған яғына юл тоттом. Күгәрсен районы юлдары яҡшы, бар ерҙә асфальт. Эйек йылғаһы аша сығып, Мораҙым тарлауығы яғына барғанда Яңы Хвалын ауылына инер ерҙә урынлашҡан ферма алдында ҡаршыланы мине Ғәли Ильяс улы.

«Ватанды Һаҡлаусылар» фонды ярҙамында МХО ветераны 2025 йылда мал үрсетеү һәм аҫрау буйынса үҙ эшен асҡан. Уның өсөн ферма бинаһын һатып алған, тейешле документтарҙы рәсмиләштергән, МТЗ-80 тракторы, "КамАЗ" һатып алған. Яңы эш башлаусыларға ярҙам итеү буйынса махсус программа буйынса 30 баш мал биргәндәр. Киләсәктә ауыл хужалығын үҫтереү өсөн гранттарҙа ла ҡатнашырға ниәтләй Ғәли Рәхмәтуллин.

Алдыңа ҡуйған бар изге маҡсаттарың тормошҡа ашһын, юлыңда тик ярҙамсыл кешеләр осраһын, тип хушлаштыҡ уның менән.