21 апрелдә 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлау буйынса бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башланды. Ул алтынсы тапҡыр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә. Башҡортостан Санкт-Петербург һәм Свердловск өлкәһе менән бер рәттән төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү буйынса өс лидер иҫәбенә инә, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Төбәктең иң әүҙем биш муниципалитеты иҫәбенә Салауат, Яңауыл, Дүртөйлө, Әбйәлил, Балтас райондары инде. Иң аҙ әүҙемлек Ҡыйғы, Мишкә, Көйөргәҙе, Йылайыр райондарында күҙәтелә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ниндәй урындарҙы тәртипкә килтерергә кәрәклеген үҙҙәре хәл итеү мөмкинлеге бар. Төҙөкләндереү объекттарын zagorodsreda.gosuslugi.ru берҙәм һанлы платформаһы, “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мобиль ҡушымтаһы, МАХ-та чат-бот ярҙамында, шулай уҡ “Добро.РФ” экосистемаһы нигеҙендә ирекмәндәр ярҙамында