Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алданмаҫ өсөн уҡырға саҡыралар

Башҡортостан уҡыусыларын һанлы грамоталылыҡ, телефон аша мутлыҡ ҡылыусылар темалары буйынса уҡырға саҡыралар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хәүефле шылтыратыуға нисек яуап бирергә икәнен, мутлыҡ ҡылыусылар ғәмәлдәре тураһында беләсәк. Киберхәүефһеҙлек өлкәһендәге мәғариф проекттары “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы" милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) маҡсаттарына тура килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министрлығынан. – 2026 йылдың 4 майында, “Һанлы ликбез” Бөтә Рәсәй мәғариф проектының өсөнсө миҙгеленә ярашлы, дәрестәр башланды. Үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙың мәғариф программалары, һанлы гигиена ғәмәлдәренә өйрәтеү һәм мутлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡлау – милли проекттың төп бурыстары. Мутлыҡ ҡылыусылар даими рәүештә яңы схемаларҙы һәм ысулдарҙы уйлап сығара. Уларҙан үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау өсөн өйрәтергә кәрәк, - тине Башҡортостандың дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министры Генна
Оглавление
    Алданмаҫ өсөн уҡырға саҡыралар
Алданмаҫ өсөн уҡырға саҡыралар

Алданмаҫ өсөн уҡырға саҡыралар

Ҡыҙҙар һәм малайҙар хәүефле шылтыратыуға нисек яуап бирергә икәнен, мутлыҡ ҡылыусылар ғәмәлдәре тураһында беләсәк.

Башҡортостан уҡыусыларын һанлы грамоталылыҡ, телефон аша мутлыҡ ҡылыусылар темалары буйынса уҡырға саҡыралар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хәүефле шылтыратыуға нисек яуап бирергә икәнен, мутлыҡ ҡылыусылар ғәмәлдәре тураһында беләсәк.

Киберхәүефһеҙлек өлкәһендәге мәғариф проекттары “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы" милли проекты (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) маҡсаттарына тура килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министрлығынан.

– 2026 йылдың 4 майында, “Һанлы ликбез” Бөтә Рәсәй мәғариф проектының өсөнсө миҙгеленә ярашлы, дәрестәр башланды. Үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙың мәғариф программалары, һанлы гигиена ғәмәлдәренә өйрәтеү һәм мутлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡлау – милли проекттың төп бурыстары. Мутлыҡ ҡылыусылар даими рәүештә яңы схемаларҙы һәм ысулдарҙы уйлап сығара. Уларҙан үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау өсөн өйрәтергә кәрәк, - тине Башҡортостандың дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Сығанаҡ: БР Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министрлығы, фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!