Сәфинәнең дә ағаларына повестка тоттороп ҡайтарҙылар. Кис еткәс, юлға йыйынғандарында, Сынтимер ҙә улар менән бер көндә һуғышҡа китә икәнен ишетеп ҡалған Сәфинә таң атҡансы илап сыҡты. Ағалары өсөн бер ҡайғырһа, һөйгән кешеһе өсөн йөрәге уғата әрнене. Исмаһам, Сәфинә үҙен өҙөлөп ярата икәнен дә белмәйенсә китәсәк бит! https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-07-06/a-yl-y-rem-ine-3329937