Күп илауҙан шешенгән ҡыҙ әсәһенән башҡа бер кемде лә янына индермәҫкә тырыша. Йылмаяҡ Йәнифә еңгәһе генә, әмәлен табып, бикәсе тирәһендә ураңғылай: – Өс тәүлек өс сәғәт түгел. Ошо ҡәҙәре ваҡытта машинала түгел, йәйәү килеп етерлек... Кеше артисҡа ышанамы? Бәғеркәйем, әрәм генә булдың... – Вәғәҙәһендә тора бит ул! Әйттеме үтәй. Егетен нахаҡ һүҙҙәрҙән һаман араларға тырышыуы Хәниәнең. – Тимәк, дүнгән... дүндергәндәр... И-и-и, матур ғына бикәсемде... Был тиклем дә кәмһетеүҙәргә нисек сыҙарһың... – Туҡтауһыҙ сөңкөлдәгән Йәнифә сыҡмаған күҙ йәшен алъяпҡысына һөрттө. Былай ҙа саҡ түҙеп, кеше күҙенә күренергә оялған ҡыҙға еңгәһенең һүҙҙәре утҡа кәрәсин өҫтәүгә тиңләште. Хәниә ялт итеп сәғәткә күҙ ташланы, минут эсендә кейенде. Матур сумаҙанды алып, ихатаға атылды. ЗАГС-ҡа алып барырға ал-ҡыҙыл таҫмалар, төрлө ҡыуыҡтар менән биҙәп әҙерләнгән еңел машинаға нисек инеп ултырғанын иҫләмәй. Йәнтәслимгә сигнал төймәһенә баҫҡаны, аптырауҙан йүгереп килеп еткән шоферға әллә ниндәй ят тауыш менән әмер