: - Һөйәһеңме? – тине наҙлы ла, иркә лә тауыш менән. Бер күреүҙә үк үлеп ғашиҡ булған егет башын ғына ҡаҡты. Ҡыҙ уның муйынына һырылып, үҙенә тартты. Ирен менән ирен ҡушылды. Тән менән тән дә ҡауышты ул кисте. Ә бер айҙан никах уҡытып, егет ҡыҙҙы өйөнә алып та ҡайтты. Өҙөлөп ярата ине Самат Гөлдәрҙе. Мөхәббәтенә тилереп, ен урынына колхозда эшләп йөрөгән еренән кәләше уны ҡалаға тартты. Үҙе ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһына эшкә урынлашты, ә Самат курстарҙа уҡып сығып, нефтсе булып китте. Бер-бер артлы өс малайҙары тыуҙы уларҙың. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-01-18/m-h-bb-tem-uyynda-y-yylan-4539787