Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Беренсе май менән, иптәштәр!

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Ҡәҙерле яҡташтар! Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе исеменән һәм шәхсән үҙемдән һеҙҙе Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө менән ҡотлайым! Беҙҙең өсөн был көн бер ҡасан да формаль ял көнө булманы. 1 май – һәр йәмғиәттең йәшәү нигеҙе станок артына баҫҡан, баҫыуҙа эшләүсе, балалар дауалаусы, мәктәптә белем биреүсе хеҙмәт кешеһе икәнлеген иҫкә төшөрөү көнө. Теләктәшлек – ул абстракт лозунг түгел, капитал социаль яуаплылыҡ тураһында онота барған шарттарҙа хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлауҙың берҙән-бер эффектив механизмы. Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Санкциялар, инфляция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының һәм иң кәрәкле тауарҙарға хаҡтарҙың артыуы тәү сиратта хеҙмәтсәндәргә, балалы ғаиләләргә, пенсионерҙарға һәм бюджет өлкәһендә эшләүселәргә һуға. Чиновниктар «макроиҡтисади тотороҡлоҡ» тураһында отчет биргәндә Башҡортостан халҡының күбеһенең реаль килеме кәмей бара. Тар ҡатлам байлығы менән башҡаларҙың ярлылығы араһы

Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Ҡәҙерле яҡташтар!

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһе исеменән һәм шәхсән үҙемдән һеҙҙе Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө менән ҡотлайым!

Беҙҙең өсөн был көн бер ҡасан да формаль ял көнө булманы. 1 май – һәр йәмғиәттең йәшәү нигеҙе станок артына баҫҡан, баҫыуҙа эшләүсе, балалар дауалаусы, мәктәптә белем биреүсе хеҙмәт кешеһе икәнлеген иҫкә төшөрөү көнө. Теләктәшлек – ул абстракт лозунг түгел, капитал социаль яуаплылыҡ тураһында онота барған шарттарҙа хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлауҙың берҙән-бер эффектив механизмы.

Беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Санкциялар, инфляция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының һәм иң кәрәкле тауарҙарға хаҡтарҙың артыуы тәү сиратта хеҙмәтсәндәргә, балалы ғаиләләргә, пенсионерҙарға һәм бюджет өлкәһендә эшләүселәргә һуға. Чиновниктар «макроиҡтисади тотороҡлоҡ» тураһында отчет биргәндә Башҡортостан халҡының күбеһенең реаль килеме кәмей бара. Тар ҡатлам байлығы менән башҡаларҙың ярлылығы араһындағы айырма артҡандан-арта.

Коммунистарҙың принципиаль позицияһы үҙгәрешһеҙ ҡала. Беренсе яҙ байрамы властарға уларҙың туранан-тура бурыстары тураһында хәтергә төшөрөргә тейеш. Беҙ лайыҡлы эш хаҡын, халыҡтың килемен арттырыу тураһындағы указдарҙың ҡағыҙҙа яҙылғанын түгел, ә ысынбарлыҡта булыуын талап итәбеҙ. Беҙ хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауҙы, производствола хәүефһеҙ шарттар булдырыуҙы, профсоюздарға ихтирам күрһәтеүҙе һәм намыҫлы хеҙмәт килешеүҙәре төҙөүҙе талап итәбеҙ. Беҙ отчёттар өсөн түгел, ә кешеләр өсөн арзан торлаҡ, сифатлы медицина һәм мәғариф талап итәбеҙ.

Бөгөн байтаҡ капиталистар һәм чиновниктар өсөн ябай эшсенең мәнфәғәте һуңғы урында тора. Башҡортостан коммунистары һәр саҡ ғәҙеллеккә хоҡуҡтарҙы яҡлаған көс булды һәм булып ҡала. Сағыу лозунгылар менән түгел, ә тәғәйен эштәр һәм закон проекттары менән.

Хөрмәтле дуҫтар! Беренсе Май – ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы протест ҡына түгел, шулай уҡ берҙәмлек байрамы ул. Тик бергә генә беҙ тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә алабыҙ. Ситтә ҡалмағыҙ. Коллективтарҙы нығытығыҙ, хоҡуҡтарығыҙҙы яҡлағыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ.

Һеҙгә һаулыҡ, түҙемлек, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм, әлбиттә, таҙа күк йөҙөн теләйем. Хеҙмәтегеҙ намыҫлы бүләкләнһен, ә эшсе халыҡ теләктәшлеге лайыҡлы тормош өсөн көрәштә ышаныслы терәк булһын.

Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө менән!

Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!

РФКП-ның Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары,

РФКП-ның Үҙәк Комитеты ағзаһы,

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты

Юнир Ҡотлоғужин