Тәүләп күргәс тә йөрәгемде яуланың. Ә һин минән екһенәһең, үҙең менән һөйләшеп тә булмай бит. Исмаһам, хәҙер иркенләп һөйләшәйек. Мәскәү менән Өфө араһы алыҫ түгел дә – самолеттар осоп тора, поездар йөрөп тора. Хатлашырбыҙ, осрашырбыҙ. – Егет, ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп, үҙенә тартты. Бигерәк оялсанһың! Үҙеңде кәмһетмә... Данияс аңғармай ҙа ҡалды, Нәфисә ҡулдарын ҡапыл тартып алды ла уның күкрәгенә төртөп ебәрҙе. Егет сайҡалды, саҡ йығылманы. Ни әйтергә лә белмәне: ауыртыныуҙан түгел, көтөлмәгәнлектән ифрат ҡаушағайны. Иҫенә килгәндә Нәфисә ҡапҡаны бикләргә өлгөрҙө, өйөнә кереп тә китте. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-04-28/bauyr-ba-am-balama-4668898
– Туҡта, Нәфисә! Әйт әле, ниңә шул ҡәҙәре ҡырыҫһың? Мин һине бик яратам
28 апреля28 апр
~1 мин