Еңеү байрамы алдынан ирекмәндәр Дәүләкән ҡалаһындағы Үҙәк майҙанда "Хәрби дан" билдәһенә әйләнгән таҫмалар таратты. Сараны “Делай Добро Давлеканово” ирекмәндәр отряды ойошторҙо. Гимнастерка кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәр Еңеү билдәһен – георгиев таҫмаларын – яҡташтарының йөрәк аҫтына беркетте. Был – ябай ғына таҫма түгел, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығына хөрмәт. Фотолар: Дәүләкән районы хакимиәте. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!