Ошо көндәрҙә республикабыҙ ҙур юғалтыу ҡайғыһын кисерә. 4 майҙа Башҡортостандың хәҙерге тарихында мәңгелек эҙ ҡалдырған шәхес арабыҙҙан китте. Күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев вафат булды. Күптәр уны тотош бер дәүер кешеһе тип атай. Ул ғүмеренең ҙур өлөшөн Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә, төбәк парламентаризмын үҫтереүгә һәм дәүләт институттарын нығытыуға бағышланы. Ауыр сиренә ҡарамаҫтан, Константин Толкачев эшләүен дауам итте һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашты. Ошо көндәрҙә күптәр уның тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уны оҙаҡ ваҡыт бергә эшләгән сәйәсмәндәр генә түгел, йәштәр ҙә бик яратты. Бөгөн бергә эшләү дәүере тураһында яҙыусы, Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов һөйләне. – Бер тапҡыр иртәнге туғыҙҙа телефон шылтырай. Секретарь һеҙҙең менән Константин Борисович һөйләшергә теләй тине лә беҙҙе тоташтырҙы. Ул мине тыуған көнөм менән