Ваҡытында урынына ҡайтһын
"Билдәле булыуынса, постаменттың ҡурғандан шыуып төшөү ҡурҡынысы һәр ваҡыт булған. Быға булышлыҡ иткән бер нисә яңы факторҙы асыҡланыҡ. Хәҙер быларҙың барыһын да нисек бөтөрөү тураһында ҡарарҙар әҙерләнә".
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барған цехта булды һәм федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектының торошо менән танышты. Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта һәйкәл Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә реконструкциялана.
Реставрация цехында эксперттар Салауат Юлаев һәйкәленән буяу ҡатламдарын алып ташлағандан һуң табылған яңы етешһеҙлектәр хаҡында һөйләне. Реставрация төркөмө етәксеһе урынбаҫары Петр Волков цех буйлап экскурсия ойошторҙо, унда әлеге ваҡытта һәйкәл деталдәрен буяуҙан механик һәм химик таҙартыу бара һәм дефектация процесы (етешһеҙлектәрҙе асыҡлау) дауам итә.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин республика Башлығының һәйкәлде ашығыс рәүештә реставрациялау тураһындағы ҡарары тулыһынса аҡланған тип билдәләне.
– Металдың сифаты ҙур шик тыуҙыра, етешһеҙлектәре бик күп. Аттың баш өлөшөндә терәк конструкция юҡ: иң ауыр өлөшө үҙ-үҙен тотоп торған. Иҫәп көндәргә ҡалған: республика символын юғалтыу ихтималлғы ифрат ҙур булған.
Һәйкәл үҙенсәлектәренә килгәндә, башта өлөштәрен болтлы тоташтырыуҙар (фланцалар) күҙалланған, әммә һөҙөмтәлә уларҙы иретеп йәбештергәндәр. Салауаттың кәүҙәһе хәрәкәтһеҙ һәм битләүҙә ҙур ел көсөргәнешенә дусар булған. 60 йыл эсендә һәйкәлде хеҙмәтләндермәгәндәр тиерлек: ете ҡат буяу һалғандар, ат күкрәгендәге дренаж тишеген буяп ҡуйғандар (унан конденсат сығарырға тейеш).
Белгестәр һәйкәлдең бөтә деталдәрен билдәләп һәм номерлап, металл дефектына иҫәп алып бара, һәр етешһеҙлекте компьютер программаһы анализлай. Бынан һуң белгестәр советы йыйыласаҡ, ул артабанғы ғәмәлдәр тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Цехта алты кеше эшләй, – тип билдәләне Салауат Нәзир улы.
Кәңәшмәлә онлайн форматта Художество Академияһы фондының реставрациялау департаменты директоры Анна Пышта ҡатнашты, ул ошо миҙгелдә ҡурғанлы постаментты ла, скульптураға ла өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелеүен билдәләне.
– Әлеге ваҡытта ҡурған һәм эргә-тирәләге биләмә буйлап инженерлыҡ тикшеренеүҙәре башҡарылды: геодезик, геологик, экологик һәм гидрометрологик. Билдәле булыуынса, постаменттың ҡурғандан шыуып төшөү ҡурҡынысы һәр ваҡыт булған. Быға булышлыҡ иткән бер нисә яңы факторҙы асыҡланыҡ. Хәҙер быларҙың барыһын да нәисек бөтөрөү тураһында ҡарарҙар әҙерләнә. Һүҙ нигеҙ плитаһындағы ҡурған, ҡурғандағы постамент, шулай уҡ, әлбиттә, постаменттағы скульптура хаҡында ла бара. Әлеге ваҡытта шулай уҡ дефектологтарҙың тикшереү этабы тамамлана. Быларҙың барыһы ла берҙәм системаға индерелә. Хәҙер беҙ асыҡланған ярыҡтарҙы динамикала күҙәтәбеҙ. Һеҙ цехты урап сыҡҡанда, моғайын, аттың алғы яурынына иғтибар иткәнһегеҙҙер. Унда ике яҡтан ике ярыҡ бар, элек улар буяу ҡатламы аҫтында йәшерелгән булған. Буяуҙар бик ҡаты, һығылмалы булмаған. Шуға күрә улар, ҡабыҡ кеүек, етешһеҙлектәрҙең күп өлөшөн йәшереп торған. Таҙартыуҙарҙан һуң улар барыһы ла, әлбиттә, асыҡ күренә. Динамикала беҙ был етешһеҙлектәрҙе күҙәтәбеҙ һәм скульптураның каркасы үҙ өҫтөнә алырға тейешле йөкләмәләрҙе раҫлайбыҙ. Шулай уҡ материалды тикшереү йәһәтенән тотош цикл билдәләнгән, шул иҫәптән суйында углерод миҡдары һәм туранан-тура материал буйынса башҡа айырым химик-технологик тикшеренеүҙәр хаҡында һүҙ бара. Был тикшереү 22 майға тамамланасаҡ, суйындың химик структураһы, углерод структураһы буйынса тулы отчет буласаҡ. Артабан булған йөкләмәләрҙе нисек ҡайтанан бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ. Башҡаларҙан тыш, хәҙер тасуири, ғилми-тикшеренеү эштәренең күп өлөшө алып барыла. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, эштәр тамамланғас архивҡа тапшырыласаҡ, – тине Анна Сергеевна.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Юлдаш Йосопов Салауат Юлаев һәйкәле ысынында бик насар хәлдә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостандың күп милләтле халҡы өсөн Салауат Юлаев һәм уның һәйкәле – мәҙәни кодтың бер өлөшө. Беҙгә уны реставрациялау процесын контролдә тотоу бик мөһим. Тәүге сиратта Салауат Юлаев һәйкәлен законлы урынына ҡайтарыу фарыз, ә уның ниндәй материалдан эшләнәсәге – технологик мәсьәлә. Бронза яҡшы, әгәр белгестәр әйтһә, суйын да, шулай уҡ ҡабул ителә. Бөгөн, бәлки, башҡа заманса материалдар ҙа барҙыр. Мин Радий Фәрит улының һәйкәлгә бәйле ҡарашын тулыһынса хуплайым. 2027 йылда республика символын йәнә урынында күрербеҙ, тип ышанам. Төбәк етәксеһенең бындай яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы – батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ билдәһе. Ыңғай һөҙөмтәләр көтәбеҙ, эштең уңышлы тамамланыуына өмөтләнәбеҙ, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле параметрҙарына килгәндә, ул 9 метр 80 сантиметр бейеклектә, ә постамент менән – бөтәһе 14 метр. Ауырлығы 40 тонна һәм өс терәк нөктәлә тора. Өфө символы, республиканың милли байлығы булған һәйкәл – Рәсәйҙәге иң ҙур атлы статуя. Салауат Юлаев яугир ғына түгел, ә шағир-импровизатор булараҡ та билдәле, уның беҙҙең көндәргә килеп еткән әҫәрҙәре тыуған ерҙең матурлығын, шағирҙың рухын һәм иманын сағылдыра. Юлаевтың "Яу", "Уҡ", "Тыуған илем" кеүек шиғырҙары патриотизмды данлай һәм берҙәмлеккә саҡыра. Салауат Юлаев образы бөгөн дә күптәрҙе яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра, ул башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Милли герой – Башҡортостан тарихының һәм мәҙәниәтенең мөһим өлөшө, уның исемен күп объекттар һәм учреждениелар йөрөтә, образы бөгөн дә кешеләрҙе рухландыра. Салауат Юлаев хөрмәтенә ҡала, хоккей командаһы, Боҙ һарайы, республикалағы, Өфөләге урамдар һәм проспект аталған.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы статуяны осетин скульпторы Сосланбек Тавасиев проекты буйынса эшләгәндәр. Ул Башҡортостанға осраҡлы ғына килгән — 1941 йылда рәссамдарҙың ғаиләләрен Мәскәүҙән Стәрлебаш ауылына эвакуациялау менән етәкселек иткән. "Гитлерҙың был яуызлығын еңер өсөн Салауат кеүек батырҙар кәрәк!”, – ошо һүҙҙәрҙе ул яугирҙарҙы оҙатып йөрөүсе ватандаштарыбыҙҙан ишеткән һәм тап ошо хәл ижадсының Салауат тураһындағы тарих менән танышыуына сәбәп булған. Тавасиев милли геройға һәйкәл төҙөү идеяһы менән яна башлай һәм баштан уҡ уны ат өҫтөндә һүрәтләргә ҡарар итә. 1945 йылдан скульптор һәйкәл төҙөү өҫтөндә эш башлай. Ул 1967 йылда асыла. Гранит менән көпләнгән 10 метрлыҡ постаменттан һәм 9,8 метр бейеклектәге атлы статуяны Ленинградтағы заводта ай ярымда ҡоялар. 1970 йылда был монументаль эше өсөн Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Фото: Валерий Шахов.
Фекерҙәр:
Булат Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, кинорежиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Беҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау барышын һәм уның торошон ҡараныҡ. Киләсәктә һәйкәлде ниндәй материалдан тергеҙергә кәрәк тигән һорау тыуа. Шул уҡ ваҡытта сәйәси ихтыярҙың булыуы бик яҡшы, республикабыҙҙың төп символы менән бәйле ҡарарҙар ҡабул итергә ваҡыт етте. Автор кем икәнен аңлаған режиссер булараҡ, мин скульптор Сосланбек Тавасиевтың тәүге идеяһына кире ҡайтыу яҡлы. Әгәр ул ҡасандыр бронзанан һәйкәл эшләргә теләһә, ниңә уны бөгөн эшләмәҫкә? Минеңсә, был яҡшы идея. Беренсенән, был автор ниәтен тормошҡа ашырыу, икенсенән, бронзанан эшләү – оҙайлы ҡарар.
Гүзәл Ситдиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма Комитеты ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, тәржемәсе:
– Республикабыҙҙың ғорурлығы, башҡалабыҙҙың күрке Салауат Юлаев һәйкәле шул тиклем хараба тиерлек торошҡа килеүе тураһында хәбәр көтөлмәгәнсә булды. Хатта ышанып булманы башта. Бығаса тик ыңғай һығымталар ғына күренеп торҙо бит.
Был ҡайһы берәүҙерҙең, минән киткәнсе - эйәһенә еткәнсе, тигән ҡарашы арҡаһында килеп сыҡҡандыр. Ә күпме шау-шыу тыуҙы шул арҡала!
Радий Фәрит улы баштан уҡ эш барышын үҙе күҙәтеп торасағын вәғәҙә иткәйне. Һүҙендә тороп, һүтеп алынған һәйкәл ни хәлдә икәнен барып күреүе, халыҡҡа мәғлүм итеүе өсөн рәхмәт!
Баҡһаң, һындың ҡайһы бер өлөштәре хатта яңынан ҡойоуҙы талап итә икән. Ул һәйкәлде мөмкин тиклем сифатлы хәлгә килтереү өсөн артабан нисек эш итеү тураһында ике вариант буйынса фекер алышырға ла тәҡдим итә.
Минең, әлбиттә, был өлкәлә белемем юҡ. Мәгәр металл серҙәрен яҡшы белгән ватандаштар ҙа бар бит. Һәйкәл, ғөмүмән, башҡорт халҡының ғына түгел, республикабыҙҙың мәҙәни мираҫы, шуға күрә ысын патриоттар, ниндәй милләттән генә булмаһын, фекер алышыуҙан ситтә ҡалмаһын ине.