Еңеү көнө алдынан Ғафури районының Красноусол мәҙәниәт йортонда “Нур” Өфө дәүләт театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, журналист, шағир, драматург Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса “Һине көтәләр” спектаклен ҡуйҙы. “Был – мөхәббәт, ябай кешеләр яҙмышы, Тыуған ил тураһында уйланыуҙар, бер-береңә терәк булыу һәм хәрби берҙәмлек тураһындағы тарих. Ундағы һәр һүҙ яугирҙәребеҙҙе еңелмәҫ иткән өмөт-уйланыуҙар, һыҙланыуҙар, рух көсө менән һуғарылған, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вахитов. – Бер тамашасы ла вайымһыҙ ҡалмағандыр, тип уйлайым. Режиссерға, артистарға, театр коллективына оҫталыҡ өсөн ҙур рәхмәт!” Был мәҙәни кистә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнашты