Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тарихи беренсе Өфө-Сухум рейсы: башланғыс ҡотло булһын!

7 майҙа Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында мөһим ваҡиға — Сухумға тәүге тура рейстың исем туйы үтеүе тураһында яҙғайныҡ. Рейс алты сәғәткә тотҡарланды, әммә пассажирҙар уны аңлап ҡабул итте: барыһына ла һыу өләштеләр, ашарға бирҙеләр. Сухумға осҡан самолет 3 сәғәт эсендә имен-аман килеп етте. Авиация йолаһына ярашлы, уны һыу аркаһы ҡаршы алды — уңышлы старт һәм яңы маршрутҡа изге теләктәр символы ла икән ул ошо йола. Был маршрут республикабыҙ менән Абхазия араһында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты үҫтереү өсөн яңы офоҡтар асасаҡ тип күҙаллана. Пассажирҙарҙы һәм экипаж ағзаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Дмитриевна Болычева ҡотланы. Ул маршруттың төбәктең киләсәге өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Абхаз етәкселеге яңы рейста осоусыларға ҡунаҡсыллығын күрһәтте: һый тулы өҫтәл, дәүләт ансабле сығышы менән ҡаршы алды. Яңы рейс күп ыңғай
Оглавление
    Тарихи беренсе Өфө-Сухум рейсы: башланғыс ҡотло булһын!
Тарихи беренсе Өфө-Сухум рейсы: башланғыс ҡотло булһын!

Тарихи беренсе Өфө-Сухум рейсы: башланғыс ҡотло булһын!

Ҡояшлы Абхазия ихлас ҡаршы алд

7 майҙа Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында мөһим ваҡиға — Сухумға тәүге тура рейстың исем туйы үтеүе тураһында яҙғайныҡ. Рейс алты сәғәткә тотҡарланды, әммә пассажирҙар уны аңлап ҡабул итте: барыһына ла һыу өләштеләр, ашарға бирҙеләр.

Сухумға осҡан самолет 3 сәғәт эсендә имен-аман килеп етте. Авиация йолаһына ярашлы, уны һыу аркаһы ҡаршы алды — уңышлы старт һәм яңы маршрутҡа изге теләктәр символы ла икән ул ошо йола.

Был маршрут республикабыҙ менән Абхазия араһында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты үҫтереү өсөн яңы офоҡтар асасаҡ тип күҙаллана. Пассажирҙарҙы һәм экипаж ағзаларын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Дмитриевна Болычева ҡотланы. Ул маршруттың төбәктең киләсәге өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Абхаз етәкселеге яңы рейста осоусыларға ҡунаҡсыллығын күрһәтте: һый тулы өҫтәл, дәүләт ансабле сығышы менән ҡаршы алды. Яңы рейс күп ыңғай үҙгәрештәр килтерер, яҡташтарыбыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асыр тип ышанабыҙ!