Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

БПЛА операторының эше бик яуаплы

"Махсус хәрби операция башланғанда армияла хеҙмәт итә инем. Беҙҙең подразделение Украина сигендә урынлашты. Ул саҡта беҙ хәрбиҙәргә ярҙам иттек, – тип хәтерләй Башҡортостандың Әлшәй районында тыуып үҫкән “Памир” позывнойлы яугир. – Был ваҡиғалар, моғайын, ундағы хәлдәр тураһында уйланырға мәжбүр иткәндер – демобилизациянан һуң да махсус операция тураһында уйҙар мине ҡалдырманы. Көндөҙ эштә, ә кистәрен киске аш ваҡытында Донбасс тураһындағы уйҙарға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта инем. Күңелемде ниндәйҙер борсолоу, уңайһыҙлыҡ биләп ала”. Шуға күрә ул, хәрби комиссариатҡа барып, Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. “Һуңынан атайым, ағайым һәм башҡа туғандарым, дуҫтарым махсус хәрби операцияға китте", — ти "Памир". Махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәткәр пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) операторҙарының эшенә йыш иғтибар итеүсән булып китә. Бер ваҡыт ул командир янына килә һәм дрон менән идара итеү пультында эшләп ҡарарға рөхсәт һорай. Командование ҡаршы булмай, сөнки б
Оглавление
    БПЛА операторының эше бик яуаплы
БПЛА операторының эше бик яуаплы

БПЛА операторының эше бик яуаплы

"Махсус хәрби операция башланғанда армияла хеҙмәт итә инем. Беҙҙең подразделение Украина сигендә урынлашты...

"Махсус хәрби операция башланғанда армияла хеҙмәт итә инем. Беҙҙең подразделение Украина сигендә урынлашты. Ул саҡта беҙ хәрбиҙәргә ярҙам иттек, – тип хәтерләй Башҡортостандың Әлшәй районында тыуып үҫкән “Памир” позывнойлы яугир. – Был ваҡиғалар, моғайын, ундағы хәлдәр тураһында уйланырға мәжбүр иткәндер – демобилизациянан һуң да махсус операция тураһында уйҙар мине ҡалдырманы. Көндөҙ эштә, ә кистәрен киске аш ваҡытында Донбасс тураһындағы уйҙарға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта инем. Күңелемде ниндәйҙер борсолоу, уңайһыҙлыҡ биләп ала”.

Шуға күрә ул, хәрби комиссариатҡа барып, Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. “Һуңынан атайым, ағайым һәм башҡа туғандарым, дуҫтарым махсус хәрби операцияға китте", — ти "Памир".

Махсус хәрби операция зонаһында хәрби хеҙмәткәр пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) операторҙарының эшенә йыш иғтибар итеүсән булып китә. Бер ваҡыт ул командир янына килә һәм дрон менән идара итеү пультында эшләп ҡарарға рөхсәт һорай. Командование ҡаршы булмай, сөнки был осорға "Памир" хәрби заданиеларҙы үтәгәндә бер нисә тапҡыр ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткән яугир булып танылып өлгөрә.

"Дрондар менән эшләүҙә бер ниндәй ҡатмарлыҡ юҡ ине. Хеҙмәттәштәрем дә күрһәтте, түбән бейеклектә осоу темаһын үҙаллы ла өйрәндем. Практикала алынған тәжрибә ҙур әһәмиәткә эйә. Бер аҙҙан миңә хәрби бурыстар бирә лә башнылар. Уҡыуҙа ауыр була, әммә алышта күпкә еңелерәк”, – ти “Памир”.

Ауырлыҡтар ҙа була, әлбиттә. Уларҙың иҫәбендә иң элек дошмандың радиоэлектрон көрәш сараларының тәьҫирен әйтергә мөмкин. Бынан тыш, осош ваҡытында дрондарҙың юғалыуы, ватылыу ихтималлығын аңларға кәрәк. Һәр техника кеүек үк. Дронды һаҡлап ҡалырға һәм уны башланғыс нөктәһенә ҡайтара белергә лә кәрәк.

“Шулай уҡ яугирҙәребеҙгә уларҙы беҙҙең дрон яҡлауын хәбәр итеү мөһим. Ерҙән үҙеңдең һәм сит кешенең ҡайҙалығын аңлап булмай бит”, — тип уртаҡлаша “Памир". Дроновод әйтеүенсә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре һуғыш яланында төп көскә әйләнә.

Тәбиғи, шул уҡ ваҡытта башҡа подразделениелар ҙа мөһим хәрби бурыстар үтәй. БПЛА – дошман менән көрәштең яңы ысулы. Әммә һәр ғәскәрҙең үҙ ысулдары һәм һөнәри оҫталығы бар. Һәр кем үҙ эшен башҡара. “Беҙ һәр ваҡыт штурмовиктар, артиллеристар һәм танкистар менән бәйләнештәбеҙ. Әммә алғы һыҙыҡтан алыҫ эшләйбеҙ. Икенсе һыҙыҡта, хәүефһеҙерәк урында ултырабыҙ. Беҙ үҙ позицияларыбыҙҙы "яндырмаҫҡа" тырышабыҙ, сөнки, әгәр дошман беҙҙе тапһа, бер туҡтауһыҙ ошо нөктәгә һуғасаҡтар. БПЛА операторы эше — был бик яуаплы", — тип билдәләне "Памир".

Махсус операция зонаһында БПЛА операторы һөнәре ҙур һорау менән файҙалана. Сержант әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениелары күберәк булған һайын, хәрби бурыстар һөҙөмтәлерәк үтәлә һәм Рәсәй армияһы алға әүҙемерәк бара. Ул аңлатҡанса, дроноводтар сафтарында һаулығы ныҡлы, күреү һәләте үткер, ҡул моторикаһы яҡшы һәм хәтере һәйбәт булған йәш ир-егеттәрҙе көтәләр. Инглиз телен белеү, картаны уҡый алыу, платаларҙы һәм микросхеманы тоташтыра йәки иретеп йәбештерә белеү ҙә артыҡ түгел. Әгәр яугир компьютерҙы, IT-технологияларҙы ышаныслы ҡулланһа, был бик яҡшы сифат. Дөйөм алғанда, аҡыллы, грамоталы һәм яуаплы егеттәр кәрәк.

Фото: нейроселтәрҙән.