Бөрөнән шәхси эшҡыуар Евгений Романов – ағас эшкәртеү цехы хужаһы һәм ул Башҡортостан микрокредит компанияһында рәсмиләштерелгән 5 миллион һум күләмендәге льготалы займ ярҙамында материалдар запасын тулыландырҙы. Микрофинанс ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә бирелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. - Республика эшҡыуарҙарына уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө инструменттар тәҡдим итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Ошондай башланғыстар арҡаһында бәләкәй һәм урта предприятиелар үҫеү өсөн өҫтәмә ресурстар ала, эш урындары булдыра һәм Башҡортостан сәнәғәтенең конкурентлыҡ һәләтен арттыра, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Евгений Романов 1996 йылдан алып ағас материалдары етештереү менән шөғөлләнә. Тармаҡта бай тәжрибәгә һәм белемгә эйә булып, ул сифатлы яңы кимәлгә сығырға һәм ағас эшкәртеү күләм